Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2021, 12:00

ИХ, ТОРМОШ... ӘЙЛӘНДЕРЕП КИЛТЕРЕП БЕР ҺУҒА ШУЛ... йәки НӘФСЕ ҠОЛО

...Магазиндан сығып килһәм, мәңге шул тирәлә темеҫкенеп йөрөгән асарбаҡтарҙың береһе булды, ахыры, күҙемә ялыныслы итеп ҡарап, ҡулын һондо.

...Магазиндан сығып килһәм, мәңге шул тирәлә темеҫкенеп йөрөгән асарбаҡтарҙың береһе булды, ахыры, күҙемә ялыныслы итеп ҡарап, ҡулын һондо.
Таушалған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙ, ҡыҙарған күҙҙәр, ҡалтыранған ҡулдар, ҡасан йыуылғанлығы онотолған иҫке кейем... Ҡапыл тертләп киткәндәй булдым – был ҡараш бик тә таныш кеүек. Тиҙ генә 50 һумлыҡты ҡулына тотторҙом да, эстән генә, хәмер итһәң, гонаһы үҙеңә булһын, тип ары атланым. Үҙем һаман теге ҡарашты ҡайҙа шулай яҡын ғына күргәнемде хәтеремә төшөрөргә маташам...

Ҡапыл ток һуҡҡандай булды. Хатта туҡтап ҡалдым. Төштө бит, иҫемә төштө. Бәй... Тормош әйләндереп килтереп бер һуға, тигәндәре шул булалыр, ахыры...
Бынан байтаҡ йылдар элек булды ул хәл. Күрше генә районда йәшәгән юғары уҡыу йортонда бергә уҡыған, бер бүлмәлә йәшәгән әхирәтемдең ҡаты сирҙән яҡты донъя менән бәхилләшкәнлеге хаҡында ишеткәс, бер нәмәгә ҡарамай, оҙатырға барырға булып йүгергеләй башланым. Хәҙерге һымаҡ һәр кемдә машина юҡ, такси хеҙмәте лә асылмаған ине әле. Автобус тураһында һүҙ ҙә юҡ. Тегендә йәүкәләп ҡарайым, бында. Бер мәл ҡустым килеп, иртәгә шул яҡҡа бер ағай китә, шуның менән һөйләштем, юлайҡан бит, китешләй, бараһы ауылыңа индереп, аҙаҡ инеп алып ҡайтырға ризалашты, тине. Баҡтиһәң, себергә вахта менән эшләүсе берәүҙе Магнитогорскийға самолетҡа алып бара икән.

“Теге вахтовик ике яҡҡа ла юлды яҡшы итеп түләп ҡуйған. Һин шунда әҙерәк бирһәң, етер”, тип өҫтәне ҡустым.
Таңға өй янына иҫке генә машина килеп туҡтаны. Ҡайҙа инде, минең өсөн донъялағы иң яҡшы транспорт һымаҡ тойолдо ул. Юлда аяҡ өшөһә лә, салонына ҡайҙандыр ел инеп торған һымаҡ булһа ла, өндәшеү ҡайҙа. Бары тик барып ҡына етергә.

Миңә кәрәкле ауылға индереп киттеләр. “Күпме түләргә?”, тигән һорауыма, аҙаҡтан түләрһегеҙ, тигән яуап ишетелде.

Төштән һуң инеп алды. Инде түләргә лә кәрәктер, тип аҡсамды сығара башланым да, күпме бирергә кәрәк икәнлеген һораным. “Мең һум!”. Был яуапты ишеткәс, ҡолап китә яҙҙым. Аҡсам бар ине, әлбиттә. Ләкин был сумма ул ваҡытта Өфөгә барып, кире ҡайтырға, хатта юлда ҡапҡылап, өйҙәгеләргә күстәнәс алырға ла етерлек ине... Йәнә беҙҙең ул ваҡыттағы эш хаҡының ҙур ғына өлөшө... Сумкамдан сығарып килгән бер нисә 100 һумлыҡтарыма шунан күберәк йөҙҙәр өҫтәп, меңгә тултырып, водителгә һуҙҙым. Был ҡулдарына төкөрә-төкөрә ҡомһоҙланып һананы ла, йылт итеп көҙгө аша артта ултырған миңә күҙ ташланы. ...Тап шул ҡараштар менән йәнә яҡындан осраштым булып сыға.

Эйе, тормош әйләндереп килтереп бер һуға, тигәндәре ошолор инде. Һәр нәмәлә сама белеү, саманы саманан үткәрмәү ҙә шарт шул. Саманан тыш артыҡ тейәһәң, йөк тә ауа бит... Байлыҡты ла, дан һымаҡ уҡ, Хоҙай бәндәһенә һынамаҡҡа бирә – күтәрә алғаны була, күтәрә алмағаны була...

Нәфсе ҡоло булған, ахыры, ул бәндә. Тәүҙә байлыҡ булған нәфсеһе, аҙаҡ хәмер нәфсеһе ҡолона әйләнгән... Ҡыҫҡаһы, нәфсеһенә баш була алмаған...
Читайте нас: