Мәһәҙей ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап, ул йәшәгән йортта таҡтаташ асылды.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, стелаға сәскәләр һалғандан һуң, яугирҙәр иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Мәһәҙей ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 41 ир-егет алына.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов:
-Төрлө ауыр замандарҙа, ҡатмарлы шарттарҙа республиканың, райондың үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәребеҙ оло ихтирамға лайыҡ. Уларҙы хөрмәтләү, исемдәрен мәңгелләштереү, улар тураһындағы иҫтәлекте киләсәк быуынға еткереү - беҙҙең бурысыбыҙ. Тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға лайыҡлы хеҙмәт иткән абруйлы шәхес был баһаға хаҡлы рәүештә лайыҡ, - тине һәм әүҙем йәмәғәтсе Солтан Хәсәновҡа Рәхмәт хаты, таҡтаташ асыу эшен башҡарып сығыуға булышлыҡ иткән Баязит Сәйәховҡа Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповҡа һәм Нуретдин Сәғәҙәтдин улының өлкән ҡыҙы Әлфирә Ғәбитоваға бирелде.
Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов 1919 йылда Мәһәҙей ауылында донъяға килгән.
1939-1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша.
1941 йылдың 15 июленән алып 1946 йылға тиклем ауыр яу юлдары үтеп, еңеү яулап ҡайтырға насип була уға.
Яугир яҡташыбыҙ батырлыҡтары өсөн II, III Дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградлана. Һуғыштан ҡайтҡас, Мәһәҙей ауылында “Октябрь” колхозы рәйесе, бригадир, келәт мөдире һәм оҙаҡ йылдар ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.