Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2021, 14:00

Яңы йылды яңы офиста ҡаршыланылар

Яңы йыл алдынан тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға булды – Баҙал биҫтәһендә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының өр-яңы офисы ҡалҡып сыҡты.

Яңы йыл алдынан тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға булды – Баҙал биҫтәһендә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының өр-яңы офисы ҡалҡып сыҡты.
Бинаны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, район советы рәйесе И. Ишбулатов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты А. Бейембәтов ҡатнашты.

-Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошондай бина эшләнде. Киләсәктә был биләмәнең майҙанын үҫтерәсәкбеҙ: туҡталыш буласаҡ, шулай уҡ балалар майҙансығы булдырыуҙы ла хәл итәсәкбеҙ. Әлеге мәлдә Һарғая, Хәмит ауылдарында ла төҙөлөш-төҙөкләндереү эштәре бара. Тәбиғәт һаҡланырға тейеш, уны киләсәк быуынға еткереү - беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, - тине Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етәксеһе А. Бейембәтов.

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов:
- Яңы бина артабан тағы ла дәртләнеберәк эшләүегеҙгә ҙур этәргес көс булыр тип ышанабыҙ. Ҡурсаулыҡтар иҡтисадты, туризмды үҫтереү йәһәтенән ҙур урын биләй. Уларҙың мөмкинлектәрен ҡулланыу, халыҡҡа файҙа килтереү, туризмды үҫтереү, тәбиғәтте һаҡлау бик мөһим, - тине.

Район советы рәйесе И. Ишбулатов ҡурсаулыҡ эштәренең ыңғай барыуын, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең яңы бинала уңышлы эшләүҙәрен теләне.

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Ирек Шәрәфетдинов ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап:
-Мин һәр ваҡыт ҡурсаулыҡтың эштәре менән ҡыҙыҡһынып барам, сөнки ул миңә бик тә ҡәҙерле. Үткән быуаттың 1998 йылдарында ҡурсаулыҡтар бүлеге начальнигы Наталья Данилина: “Башҡорт ҡурсаулығы – Башҡортостандың ҡурсаулыҡтары араһында лидерҙарҙың береһе”, тип әйткән ине. Шул уңышҡа өлгәшеүегеҙҙе теләйем, - тине.

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы директоры В. Косарев та коллегаларының шатлығын уртаҡлашты һәм дөйөм мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәйек, тигән теләктәрен белдерҙе.

Әйткәндәй, ҡурсаулыҡтың яңы бинаһында һәр бүлек өсөн айырым бүлмәләр бар. 2 ай эсендә төҙөлгән офистың эсе бик йылы, заман талаптарына тап килтереп эшләнелгән. Ингән урында бай йөкмәткеле мәғлүмәти киоск ултыртылған. Унда ҡурсаулыҡтың тарихы, экотуризм, флора, фауна тураһында мәғлүмәттәр, фото һәм видеолар табырға мөмкин, ул даими яңынан-яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырылып торасаҡ.
Читайте нас: