Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2021, 12:45

Студенттар менән осрашыу

7 ғинуарҙа “Урал” ФОК-ында район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов студенттар менән осрашты. Унда республиканың төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы 10 студент саҡырылды.

7 ғинуарҙа “Урал” ФОК-ында район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов студенттар менән осрашты. Унда республиканың төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы 10 студент саҡырылды.
Сарала шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары М. Ғүмәров, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары И. Ғәлин, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитетынан И. Шәмиғолов, Л. Зарипова һәм мәшғүллек үҙәге етәксеһе Г. Әбдрәшитова ҡатнашты.

Осрашыуҙа районға ниндәй белгестәр кәрәклеге, уларға ниндәй ярҙам саралары булыуы, эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәре, тормошҡа ашырылып килгән проекттар, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программалары, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу тураһында һүҙ барҙы.

“Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы педагогтары студенттарға күңелле уйындар ойошторҙо. Буласаҡ һөнәр эйәләре киләсәктә районға ҡайтып эшләү теләген белдерҙе.
Районыбыҙ киләсәге белемле, тырыш, сос йәштәр ҡулында. Уңыштар һеҙгә, йәштәр!
Читайте нас: