Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2021, 15:00

Спортты ғына түгел, тормошто һөйөүсе ғаиләләр улар

Республикала “Яңы йыл ғаилә уйындары” үткәрелә башланы. Был ярышта 1-се, 2-се класта уҡыған балалар атай-әсәйҙәре менән спорт уйындарында ярышалар, көстәрен һынайҙар.

Республикала “Яңы йыл ғаилә уйындары” үткәрелә башланы. Был ярышта 1-се, 2-се класта уҡыған балалар атай-әсәйҙәре менән спорт уйындарында ярышалар, көстәрен һынайҙар.
Быйыл район кимәлендәге был мауыҡтырғыс уйындар Иҫке Монасип мәктәбе базаһында үтте һәм унда 11 команда ҡатнашты. Ошоноң кеүек бәйгеләргә ниңәлер ҡатнаша һалып бармайбыҙ. Йә атай риза түгел, йә әсәй, йүгерә алмам, тип уйлай, йә кешеләрҙән тартынабыҙ. Уйынсыларҙы ҡарап, үҙебеҙҙе ҡайһындай күңелле саранан мәхрүм итәбеҙ икән, тигән фекергә килдем. Әллә бынауы пандемия сәбәпле өйҙәребеҙгә бикләнеп ултырыуҙан, әллә балаларҙың ихлас уйынынан, әллә төрлө йәштәге атай-әсәйҙәрҙең сәмле ярышынан күңелгә ойотҡо һалынды, ҡатнашыусылар араһында бергә уйнағы, ҡайнағы килде. Уйынсылар бер-береһен тюбингыға ултыртып та, санаға ултырған килеш таяҡ менән этенеп, шыуып та ярыштылар. Ә иң ҡыҙығы командалар араһындағы хоккей уйыны булғандыр. Бәләкәс кенә булһалар ҙа, балалар бирешмәй, оҫта уйнайҙар, атай-әсәйҙәре еңеүгә сәмләндереп торғас, аҙаҡтан бөтөнләй уйын тәмен белеп алдылар, хатта гол индереп маташтылар.

Судья коллегияһы еңеүселәрҙе билдәләгәнсе, бөтәһе лә көндөҙгө дискотекала бейеп күңел асты, өшөгән аяҡтарын йылытты, тәндәрен яҙҙы һәм рәхәтләнеп ял итте. Ә еңеүселәрме? Миңә ҡалһа, бөтәһе лә еңеүсе! Донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, үҙҙәрендә дәрт, көс табып, балалары менән бергә уйнап, ял итергә ваҡыт тапҡан атай-әсәйҙәргә һоҡланырға ғына ҡала.

Шулай ҙа ярыш булғас, еңеүселәре лә була. Бына улар: 1-се урында - Яңы Монасип ауылынан ҡыҙҙары Светлана менән Резеда һәм Динис Опря ғаиләһе. 2-се урынды Байназар ауылынан ҡыҙҙары Әмилә менән Нурзилә һәм Инсур Исмәғилевтар, 3-сө урынды Әбделмәмбәт ауылынан ҡыҙҙары Гөлдәр менән Гөлшат һәм Ринат Мөхәмәтҡоловтар ғаиләләре алды. Ә беҙҙең Иҫке Монасип ауылынан 3 ғаилә: Сөмбөл һәм Айбулат Баймырҙиндар, Рәмзилә һәм Хәбир Вәлиевтар, Фаягөл һәм Рәмис Хәлитовтар ҡатнашты.
Афарин, ата-әсәләр! Гел шулай әүҙем булығыҙ!
Читайте нас: