Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2021, 11:40

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Декабрҙең һуңғы аҙнаһында районда 9 сабый тыуған. Йыл аҙағында бер яңы ғаилә барлыҡҡа килгән.

Декабрҙең һуңғы аҙнаһында районда 9 сабый тыуған. Йыл аҙағында бер яңы ғаилә барлыҡҡа килгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 3 ғаилә никахын тарҡатҡан. 3 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә

Аҙна тыныс үткән.
02 хәбәр итә

2021 йылдың 1 ғинуарынан 8 ғинуарына тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 38 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), кеҫә телефоны юғалтыу (1), зыян күреүселәр булған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (4), битлек режимын боҙоу (6), ғаилә низағы (6), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 29 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә - 15.
Читайте нас: