Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2021, 11:00

Ҡурсаулыҡ һәм милли парктар көнөнә ҡарата

Айыуҙы баҫтырыу еңелме?

Айыуҙы баҫтырыу еңелме?
Минеңсә, дәүләт инспекторы һөнәре донъялағы иң ҡыҙыҡлыһы, сөнки улар тәбиғәт менән шул тиклем яҡындар, хатта уның тәрән серҙәрен дә беләләр кеүек. Ҡурсаулы биләмәләрҙе һаҡлаусылар һәр ваҡыт янғындарға, ташҡынға әҙерҙәр, хайуан-ҡоштарҙың иҫәбен алалар, күҙәтеүҙәр алып баралар, үҫемлектәр донъяһында,тәбиғәттә булған бер үҙгәреште лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар – шунда уҡ ғилми хеҙмәткәрҙәргә был турала хәбәр итәләр. Ә һеҙҙең бар йәһәттән дә килгән, шәп тәбиғәт һаҡсыһы менән танышҡығыҙ килер инеме?
Урманды ихлас яратыусы, йәнлек-ҡоштарҙы, тәбиғәтте ишетеп-тоя белеүсе, бал ҡорттары тураһында бик күп мәғлүмәткә эйә Сабит Сәғит улы Ғәлин «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығында 1992 йылдан алып эшләй. Хеҙмәт юлын лаборант булып башлаған егет, ошо уҡ ойошмала дәүләт инспекторы булып эшләгән атаһы хаҡлы ялға киткәс, уның обходтарын ҡабул итә, ата-бабаһынан тапшырылып килгән солоҡсолоҡ кәсебен дә мираҫ итеп ала.

«Шүлгән-Таш»та эшләүсе ҡайһы бер дәүләт инспекторҙарының солоҡсо ла булыуҙары ойошма өсөн оло мәртәбә һанала – ҡурсаулыҡ бит бөрйән бал ҡорттарын һаҡлау эшен алып бара. Сабит Сәғит улының солоҡсо булыуынан тыш тағы ла бер шәп шөғөлө бар: ул ябай түмәрҙән «һә» тигәнсе һауыт-һаба, йә сувенир эшләп ҡуя, һүрәтте лә бик оҫта төшөрә. Әммә Сабит ағайҙың иң мөһим, ҙур, яуаплы эше, моғайын – өлгөлө ғаилә башлығы булыуҙалыр. Ҡатыны Гөлназ апай менән улар өс батыр ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Сабит ағай менән урманға солоҡтарҙы ҡарау, иҫәптәр алыу эштәрендә уға ярҙамсы булып сыҡҡан хеҙмәттәшенә бер ҡасан да күңелһеҙ булмай. Шәхсән үҙемә уның менән урманға сәйәхәт ҡылыу бик оҡшай, сөнки тәбиғәт, хайуандар, хатта үҫемлектәр тураһында дәүләт инспекторы бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй белеүе менән ауыҙына ҡаратып ҡуя. Уның хикәйәттәре араһында Бөрйән кешеһе өсөн иң ҡыҙыҡлыһы, әлбиттә, айыу тураһындағыларылыр. Ҡарап тороуға буйсанлығы менән артыҡ айырылмаған дәүләт инспекторының айыу тиклем айыуҙы ҡыҙыҡ күреп баҫтырып йөрөүенә таң ҡалырлыҡ. Унан йыш ҡына фотолар һәм урман яңылыҡтарынан торған хәбәрҙәр алам. Мәҫәлән, үткән яҙҙың матур бер көнөндә Сабит ағайҙан ошондай хәбәр килде: «Кисә ҡар өҫтөндә айыуҙың яңы эҙҙәренә юлыҡтым – урман хужаһы ҡурсаулыҡтың сигенән генә үтеп киткән». Шунда уҡ фото ла килеп төшә – яҙғы урманда ҡар әле күп кенә һәм унда айыу эҙҙәре күренеп ята. «Ҙурлығы 18 см тирәһе», тип тә өҫтәгән. «Яҙҙан алып өсөнсө тапҡыр юлығам инде. Бына бөгөн ауылдаштарым тайыштабанды көпә-көндөҙ күҙәткән. Ул өйҙәребеҙҙең эргәһендәге тауҙа йөрөгән». Башҡа ауылдар халҡы өсөн был сенсация, әлбиттә. Ә мәҡсүттәр ауылдың бындай көтөлмәгән ҡунағына өйрәнеп бөткәндәр инде.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8 ғинуар һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: