Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2021, 15:00

Өләсәйем таҡмаҡсы ине

Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге үткәргән «Өләсәйем һандығы» исемле конкурс хаҡында күрҙем дә, ҡатнашып ҡарарға ҡарар иттем.

Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге үткәргән «Өләсәйем һандығы» исемле конкурс хаҡында күрҙем дә, ҡатнашып ҡарарға ҡарар иттем.
Өләсәйем ҡомартҡыһы - беләҙек хаҡында яҙып ебәргәйнем, йыл башында уҡ ебәргәс ни, ул турала онотоп та өлгөргәнем, йыл аҙағында диплом килеп төштө. Шулай ҙа дипломдан бигерәк өләсәйем хаҡында йылы, матур иҫтәлектәр булыуына ҡыуанам.
Өләсәйем Иҫәнбаева Райхана Әхмәтғәле ҡыҙы - Байғаҙы ауылы килене. Ул 1934 йылдың 15 мартында Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылында Рабиға һәм Әхмәтғәле Маннаповтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Өс класс белем алған, бала сағы ауыр һуғыш йылдарына эләгеп, аслы-туҡлы ғына йәшәгәс, башҡа уҡыу эләкмәгән.

1955 йылда Райхана өләсәйемде олатайыма - Иҫәнбаев Абдулхаҡ Фәйзулла улына димләп кейәүгә биргәндәр. Уларҙың донъя йәме булып бер-бер артлы 10 балалары тыуа. Тик, үкенескә күрә, игеҙәк балалары Азат менән Азамат оҙаҡ йәшәмәй. Тағы ла 8 балаға – 3 ҡыҙға, 5 малайға ғүмер биреп, барыһына ла белем алырға ярҙам итеп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтыралар.

Өләсәйебеҙ рухи тәрбиә өлгөһө булды, уның белгән таҡмаҡтарының иҫәбе-һаны юҡ ине, уларҙы ейән-ейәнсәрҙәренә лә өйрәтергә тырышты. Шуныһы үкенесле, таҡмаҡтарын яҙып алған дәфтәрҙе генә һаҡлай алмағанбыҙ.
Өләсәйҙең хәтере яҡшы булды, мәктәптә өсөнсө синыфта уҡыған сағында өйрәнгән йырын: «По баянной дороге шил барбик, интергует боевой восемнадцатый год» тип йырлап, беҙҙе хайран итә торғайны. Өләсәйҙең шул йыры хәҙер беҙҙең өсөн матур иҫтәлек. Йырҙың һүҙҙәрен яңылышыраҡ йырлағанын да аңлай инек, шуға, ҡыҙыҡ күреп, ҡабат-ҡабат йырлатып бер булғаныбыҙ иҫтә. Ул бер ҙә, ҡуй, тимәй генә йырлап ишеттерә. Аҙаҡ ҡына был йырҙың һүҙҙәрен яҡынса яҙып, интернет аша эҙләп ҡарап, А. Сурковтың «Конноармейская» йыры икәнен белдек.

Өләсәйем ҡайны-ҡәйнәһенең бүләктәрен һандығында ҡәҙерләп кенә һаҡланы. Әңгәмә ваҡыттарында, хәтирәләргә сумып, күңелдәре тулышҡан мәлдә, ҡайныһы йырларға яратҡан йырҙы ла йырлап күрһәтер ине:
Сылтыр ғына сылтыр сын-сынаяҡ,
Йыуып һөртһәң, бөтмәй буяуы.
Барсыллығы менән юҡсыллығын
Һис күрһәтмәҫ ирҙең уяуы...

Фәйзулла ҡарт олатайыбыҙ йырға маһир булған (Башҡорт дәүләт университетының фольклор архивында Бөрйән районы Байғаҙы ауылында йәшәүсе Иҫәнбаев Фәйзулла Сафиулла улынан 1957 йылдың 23 авгусында Арыҫланбәков Зәйнетдин Һиҙиәт улы яҙып алған «Урал» йыры ла урын алған).
Райхана өләсәйемдең ябайлығына, уңғанлығына, изге күңеленә һәр саҡ һоҡланып ҡарай инем. Уның бер ваҡытта ла тик ултырғаны булманы, тормошоноң һуңғы көндәренәсә, ейән-ейәнсәрҙәренә, балаларына әҙ булһа ла ярҙам булһын тип, ойоҡбаштарын да, бейәләйҙәрен дә бәйләне.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Абдулхаҡ олатай 2004 йылда, ә Райхана өләсәй, олатайҙан 5 йылға ҡалып, 2009 йылда донъянан китеп барҙылар. Әле лә ауылға барһаҡ, өләсәй, ҡыуанып: «Бөгөн йоҡо баҫып тора ине, һеҙ килеүгә булған икән», - тип өйөнән килеп сығыр һымаҡ, ә олатай утынлыҡта ҡул эштәре менән булып йөрөр кеүек. Улар беҙҙең күңел һандығында йылы, сағыу иҫтәлектәр, күңелле мәлдәр, яҡшы минуттар булып һаҡлана.

«Әсәйҙең тормошо тураһында үҙе тере саҡта әллә ниңә беребеҙ ҙә яҙып алмағанбыҙ. Бына ул, йәш саҡта Сирдлаускийға барып ағас ҡырҡтыҡ, тип һөйләй торғайны, күрәһең, Свердловск өлкәһе булғандыр», - тип үкенә Нурғәле ағай. Әйткәндәй, ағайыбыҙ олатай менән өләсәй нигеҙен һыуытмай, Гөлнара еңгәй менән матур донъя көтәләр.
Аллаға шөкөр, тим, сөнки өләсәй йылыһын күрергә, уның иркә устарынан иркәләнергә, тупылдатып һөйгәнен татырға, тәмлекәстәрен тәмләргә, төрлө иҫтәлектәрен тыңларға насип булды. Уның рухы ла беҙҙең өсөн шаттыр, тим. Ана бит, Райхана өләсәйемдең яратҡан тамсы гөлө лә, тәҙрә төбөн биҙәп, ҡышҡа үҙенең сағыу төҫөн өҫтәп, күңелгә йылылыҡ өләшеп, шау сәскәгә күмелеп ултыра...
Читайте нас: