Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2021, 10:00

Хоҙай насип иткән ергенәм...

Бармаҡ төртөрлөк таҙа ер юҡБыйыл йәй айында ялға ҡайтҡан балалар менән тәбиғәткә сығып, урманды, Ағиҙел буйҙарын күреп, ял итеп ҡайтыу маҡсатында Мәндәғол ауылы эргәһендә һыу инергә булдыҡ.

Бармаҡ төртөрлөк таҙа ер юҡ
Быйыл йәй айында ялға ҡайтҡан балалар менән тәбиғәткә сығып, урманды, Ағиҙел буйҙарын күреп, ял итеп ҡайтыу маҡсатында Мәндәғол ауылы эргәһендә һыу инергә булдыҡ.
Был ауыл эргәһендә туҡтарлыҡ урын таба алманыҡ - һәр 30 метр ерҙә ситтән килгән туристар туҡтаған. Улары ла йә иҫерек, йә тауышлы. Ахыры, Кейекбай ауылы аръяғындағы Ағиҙел ярына аулағыраҡ ер эҙләп киттек. Бында ла шул уҡ хәл. Шулай ҙа ныҡ эҙләп, бер урын тапҡандай булдыҡ та, машинанан төшөп, ял итергә планлаштырҙыҡ. Машинанан төшөп тә өлгөрмәнек, ҡараһаҡ, аяҡ аҫты тулы бәҙрәф ҡағыҙы ла еүеш салфеткалар (влажные салфетки). Асыҡ һауалағы бәҙрәф икән ул яр буйҙары. Ултырырлыҡ түгел, бармаҡ төртөрлөк тә таҙа ер таба алманыҡ яр буйында. Ҡайҙа ҡарама, сүп-сар. Ул тиклем хәшәрәтте ер нисек күтәрә икән? Ҡөръәндә, ергә хатта төкөрөргә лә ярамай, тип яҙылған. Ә беҙҙең туристар ниндәй хәлгә төшөрөп бөткән беҙҙең Иҙел буйҙарын, ағас төптәрен?!

Бөрйән матур, иң матур тәбиғәт унда, хатта икенсе Швейцария, тип маҡтанған булабыҙ. Урындағы халыҡтың туристар һымаҡ ял итеп йөрөргә форсаты юҡ, эш, донъя ҡыуған булабыҙ. Ниндәй хозур тәбиғәтле ерҙә йәшәргә Хоҙай насип иткән беҙгә, тип ғорурланған булабыҙ.
Тәбиғәткә сыҡмағас, Ағиҙел йылғаһы ярында йәшәмәгәс, туристарҙың йылғанан кәмәләр менән ағып үткәнен генә күрһәк, күрәбеҙ, күрмәһәк – юҡ, бер нәмә лә белмәй ятабыҙ икән.
Шул һоҡланғыс тәбиғәтебеҙҙе күреп, бер аҙ булһа ла саф һауа һулайбыҙ тип республикалағы ойошма, учреждениелар хәҙмәткәрҙәре, райондың ойошмаларының эштәрен контролдә тотоусылар командировкаларын йыл башында уҡ йәйгә беҙҙең районға планлаштырып бөтә. Көндәр йылыныу менән һәр ойошмаға юғарынан тикшереүселәр ағыла башлай.
Беҙҙең район халҡы киң күңелле, йомарт, эскерһеҙ бит ул. Яҙҙан алып көҙгә тиклем ауыл ерендә хужалыҡта эш күп, шул арҡала күптәр тәбиғәткә сығып ял итергә ваҡыт таба алмай. Ситтән балалары, туғандары, класташтары, курсташтары, дуҫтары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ҡунаҡҡа килеп сыҡһа ғына тәбиғәт күрһәтергә, саф һауала сәй эсергә тәбиғәткә, урманға, йылға буйына бара.

Туристар ағыла ғына...
Быйылғы йылда илдә пандемия таралыу менән бәйле бөтә ял йорттары ябылғас, туристик ял ойоштороусы ойошмалар эшләмәү сәбәпле, байтаҡ ял итергә теләүсе халыҡ беҙҙең Ағиҙел йылғаһынан кәмәләрҙә, катамарандарҙа ағып төштө.
Тәбиғәткә, Ағиҙел йылғаһы ярҙарына бик ауырға тура килде быйыл. Район шул тиклем күп туристарҙы ҡаршыларға әҙер булмай сыҡты.
Беҙҙең район территорияһынан күпме турист үтә, ҡайҙа туҡтап, нисек ял итә, уларҙан һуң тәбиғәт ни хәлдә тороп ҡала?
Беҙҙең районда, тәбиғәттә нимә эшләргә ярай, нимә ярамай икәнен ҡырағай туристарға кем аңлата икән?
Илһөйәрлегебеҙҙе күрһәтеп, ағып барған туристарҙы туҡтатып, нисә кеше, ҡайҙан киләләр, ниндәй маҡсат менән, туҡталыштарҙы асыҡлап, үҙҙәренән һуң ял урындарын таҙалап, ул ергә рәхмәт әйтеп китергә кәрәклеген аңлатһаҡ, улар үҙҙәрен яуаплыраҡ тоймаҫтар инеме икән?..
Тәбиғәт туристар арҡаһында бысрана, тип, бөтә ғәйепте уларға япһарып ултырыу ҙа ғәҙел булмаҫ ине. Уларҙың ялын ойоштора белмәгәнгә, шарттар тыуҙырмағанға беҙ үҙебеҙ ҙә ғәйепле. Туристар күпләп туҡтаған урындарға бәҙрәфтәр эшләһәк, ҡый, бушаған шешә-һауыттарын һалырға контейнерҙар ултыртһаҡ, улар ҙа тәртип һаҡларҙар ине. Тәртипһеҙ, эшлектән сыҡҡан, эшһеҙ, аҡсаһыҙ кешеләр тәбиғәткә сыҡмай бит инде. Саф һауала, тыныс тәбиғәт ҡосағында ял итергә йыл буйы эшләп арып, ҡаланың шау-шыулы мәхшәренән арыған кеше килә.

Туризм - аҡса эшләү тармағы
Бер нәмәне лә финансһыҙ хәл итеп булмай бит, тип әйтерһегеҙ. Әлбиттә, шулай. Бөгөнгө көндә бөтә нәмәгә хаҡтар шул тиклем ныҡ арта, тип борсола халыҡ. Сөй һатып алыу өсөн генә лә күпме аҡса кәрәк. Әммә хәл итмәҫлек проблема түгел, минеңсә. Бер ниндәй сәнәғәте, ауыл хужалығы йүнләп үҫешмәгән бәләкәй генә илдәр ҙә, практиканан күренеүенсә, туризмды дөрөҫ ойоштороп, бай, мул тормошта йәшәйҙәр. Туризмдан бик ҙур сығым алалар. Әллә ҡайҙа алыҫ йөрөргә түгел. Районда ла килгән кешеләрҙең ялын ойоштороп, уңышлы эшләгән эшҡыуарҙар бар бит. Ҡунаҡхана, милли аш-һыу, башҡорт халҡының көнкүрешен ҡунаҡтарға тәҡдим итеп, табыш алалар. Әлбиттә, улар рекламаһын да булдыралар, ялды ла дөрөҫ ойоштора беләләр.
Быйыл ҡунаҡтар килеп төшкәс, Ағиҙел ярына барып, шул ҡот осмалы күренеште күреп, тағы борсолоп, ҡунаҡтарҙан уңайһыҙланып ултырмаҫ өсөн, ҡунаҡтарымды элекке аэропорт яғына, Ябаҡ ауылы күренеп торған тау башына алып сыҡтым. Тәбиғәттең матурлығын күреп, ҡунаҡтарым ҙур ҡәнәғәтләнеү алып, ҡыуанып ҡайттылар. Шул 2-2,5 сәғәт эсендә генә 10-15 машина туҡтап, юл һораны: “Турбазаға дөрөҫ барабыҙмы, юҡмы?”
“Башҡорт иле”нең ҙур күләмле эш күрһәтеүенең һөҙөмтәһелер инде был һандар. Мин үҙем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул турбазала булғаным юҡ әлегәсә. Мәндәғолдағы турбазаға барып, балалар менән сана шыуып, ашханала сәй эсеп ҡайтҡаным булды.
Шүлгәнташ мәмерйәһенә килгән туристарҙы хеҙмәтләндереүсе эшҡыуарҙарҙың да уңышлы эшләгәндәре күренеп тора. Улар был өлкәлә ҙур тәжрибә туплаған хәҙер. Туризм өлкәһендә үҙ эштәрен асып йөрөгән эшҡыуарҙар барлығын ишетеп, ныҡ ҡыуандым. Был башлаған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, егеттәр. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, ҙур теләк менән эш башлағанһығыҙ икән, алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып, миллионлап табыш алып, тәжрибәле, танылған эшҡыуар ағай-апайҙарҙан өлгө алып эшләгеҙ, был эшегеҙҙе ғаилә бизнесына әйләндерегеҙ.

Вандалдарҙы ла беҙ тәрбиәләйбеҙ
Йәш, типһә тимер өҙөрлөк ҙур ғаиләле егеттәребеҙ аҡса эшләргә тип ҡайҙа ғына сығып китмәйҙәр. Эшләгән генә аҡсаларының яртыһы юлға, үҙҙәрен туйындырыуға китә, берҙән, икенсенән, балалар тәрбиәһе, йорт-хужалыҡ эштәре тулыһынса ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшә.
Ғаиләлә ҡыҙҙарҙы әсәй тәрбиәләһә, малайҙарға атай тәрбиәһе бик кәрәк. Аҡса эшләйем, ғаиләмде аҫрайым, тип ялға ғына ғаиләһенә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгән атай балаларының үҫеп, ир-егет булғанын күрмәй ҙә ҡала. Ә малай кеше әсәй тәрбиәһендә йомшағыраҡ, нескәрәк күңелле булып үҫә. Аҡса тәрбиәне алмаштыра алмай шул.
Район үҙәгендә яр буйҙарын зауыҡ менән биҙәп, матур беседкалар (гәпнамә), оло күпер эргәһендә һыу инеү урыны, кейенеп-сисенеү өсөн махсус ҡоролмалар эшләнде һуңғы йылда. Ошо ҡоролмаларҙы беҙҙең балалар емереп ташлап бөттөләр. “Бөрйән” тип яҙылған яҙыуҙарҙың хәрефтәрен йә йолҡоп алалар, йә бысраталар. Бындай ҡара, бысраҡ эштәрҙе туристар түгел, ә беҙҙең, төндә һыра эсеп, көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән йәштәр эшләй. Был йәштәргә ғаиләлә тәрбиә етмәгәне күренеп тора. Уларҙа илһөйәрлек тойғоһо ла юҡ дәрәжәһендә. Минең районым, ауылым, ерем таҙа булһын, матур булһын, тип уйлай белмәйҙәр улар. Һәр аҙым ер, ауыл өсөн һуғышта беҙҙең ата-олатайҙар башын һалған, фашист илбаҫарҙары менән көрәшкән. Был турала мәктәптә тарих дәресенән һәр бала белеп сыға бит, ә кис булһа, вандалдарса ҡылана, күпме аҡса түләп эшләнгән ҡоролмаларҙы емерә.
Төндә балаһы ҡайҙа йөрөй, нимә эшләй - ата-әсәһе белергә тейештер инде. Көн тыуғас, емерелгән ҡоролмаларҙы шул уҡ ата-әсә эшкә барған-ҡайтҡанында күреп йөрөй бит. Минең малайҙың да ҡыҫылышы юҡ микән был ҡара эштә, тип борсолмаймы икән?
Хоҙай беҙгә шундай матур тәбиғәт биргән, беҙ ошо ерҙә тыуғанбыҙ, ошо ерҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, таҙалыҡ өсөн бергәләп көрәшәйек. Халыҡ күтәрелеп сыҡмаһа, хужалар үҙҙәре генә был эште башҡарып сыға алмаҫ. Мәктәптәр, ойошмалар үҙҡурсалау режимына күсмәһен, дәррәү тотоноп, еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе бысраҡтан таҙартайыҡ та киләһе быуындарға, балаларыбыҙға таҙа килеш аманат итеп тапшырайыҡ.
Беҙ күрмәмеш, белмәмеш булып ятһаҡ, тәбиғәт, бысыраҡтан ерәнеп, тауышты үҙе күтәрмәҫме?! Телевизорҙан ҡарап ултырабыҙ бит, ер шарында күпме ғәрәсәт, тәбиғәт катаклизмдары булып тора...

Еребеҙҙең рәсми
хужалары булайыҡ
Мәһәҙей, Мораҙым, Байназар, Ҡурғашлы, Нәби, Яңы Монасип, Иҫке Монасип, Тимер, Яңы Собханғол, Мәндәғол, Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдары Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Бер сигенән икенсе сигенә тиклем шул Ағиҙел буйында күпме матур туғайҙар бар. Ул туғайҙар бөгөнгө көндә халыҡтың сабынлыҡтары булып иҫәпләнә. Иҫәпләнә тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Ата-олатайҙарының сабынлыҡтары хәҙер балаларына күскән, балалар ҙа үҙҙәренең ере икән тип ҡабул итә ул сабынлыҡтарҙы. “Заман башҡа – заң башҡа” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Бөгөн закон нигеҙендә һәр ерҙең рәсмиләштерелгән документы булырға тейеш. Картуф ереме, сабынлығыңмы - законлаштырып, ҡағыҙ алмаһаң, ата-олатайыңдан ҡалған ер булһа ла, рәсми рәүештә һинең ер тип яҙылмаһа, ул буш ятҡан ер булып иҫәпләнә, теләгән бер кеше ул ергә дәғүә итә ала. Таҙалыҡ урынлаштырыу буйынса яҙып үтеүемсә, әле күҙ алдындағы ауылдар эргәһендә тәртип урынлаштырып бөтә алмайбыҙ, ә Иҙел буйындағы туғай, яландарҙа ла шундай етешһеҙлектәрҙең булыуына шигем юҡ.

Һөт һатып та
аҡса эшләп була
Тағы бер проблема тураһында яҙып үтмәксемен. Йәй булһа, туристарҙың ауылдарҙа урам буйлап осраған халыҡтан өй икмәге, һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, бал, йомортҡа һатҡан кеше эҙләп йөрөүҙәрен күрергә була. Тәбиғәткә сыҡһаң, аппетит асыла бит. Ауыл ерендә таҙа, саф аҙыҡ-түлек алып ашағылары ла киләлер инде ҡала кешеләренең.
Һәр хужалыҡта тиерлек туристар эҙләгән аҙыҡ-түлек етерлек. Тик беҙ, башҡорттар, һатып өйрәнмәгәнбеҙ. Үҙ ғаиләбеҙҙән артҡан йәшелсә, емеш-еләкте эшкәртеп өлгөрә алмаһаҡ та, сығарып түкһәк-түгәбеҙ, кешегә тәҡдим итергә, һатыуға сығарырға оялабыҙмы, йыбанабыҙмы, аныҡ ҡына яуап бирә алмайым.
Май айынан туристар аға башлай. Шул ваҡытҡа өлгөртөп, йәшел һуған, редис, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, йыуа, теплицала иртәрәк өлгөртөп, йәш ҡыяр, помидор һатырға була. Яр башына өҫтәл ҡуйып, ҡорот, ҡаймаҡ, һөт, бал, солоҡ балы, балдан ғына ҡойолған әҙерәк градуслы бал, айран, ауыл икмәге (кирбес мейестә генә бешкән), бәлештәр, пирожкиҙәр ҡуйып, туристарға тәҡдим итеп ултырырға мөмкин бит. Үҙең көс һалып үҫтергән, үҙең етештергән аҙыҡ-түлекте һатырға оялырға ярамай, киреһенсә, оло ғорурлыҡ менән тәҡдим итергә кәрәктер. Аҙыҡ-түлеккә хаҡты артыҡ юғары ла, артыҡ түбән дә ҡуйырға ярамай. Беҙҙең баҙарҙа хаҡтар башҡа райондарға ҡарағанда юғары икәне күҙгә ташлана.
Ҡыҫҡаһы, уйланырға урын етәһе, райондаштар!
Читайте нас: