Егәрленең ҡулы ете, тигән мәҡәл минең яратҡан ҡәҙерле өләсәйемә тап килә. Ысынлап та, уның өлгөрмәгән ере юҡ: йәйге көндәрҙә баҡсаһы гөл-сәскәләргә күмелә, емеш-еләк, йәшелсәләр үҫтерә, күпләп мал-тыуар ҡарай, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә.
Минең өләсәйем Билалова Фәниә Шәһишәриф ҡыҙы күп йылдар почта хеҙмәткәре булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Эшендә ҙур хөрмәт ҡаҙанған ҡәҙерлемдең төрлө Рәхмәт хаттары, грамоталары бик күп.
Олатайым менән биш балаға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгәндәр. Хәҙерге көндә балалары үҙҙәре ғаилә ҡороп, барыһы ла үҙ аллы тормош көтәләр. Бар балаларына ла йөрәк йылыһын тигеҙ өләшеп, уларҙы үҙ яндарына һыйындырып йәшәйҙәр.
Беҙҙең бала сағыбыҙ – иң күңелле мәлдәребеҙ – өләсәйебеҙ янында үтте. Ул бешергән аштар, бәлештәр иң тәмлеһе, иң татлыһы булғанын үҫә төшкәс кенә аңлағанбыҙҙыр. Кешелекле, изгелекле булырға, ололарҙы ололап, кеселәрҙе кесе итергә өйрәткән кеше лә ул – минең өләсәйем. Мин уға бар булмышым менән рәхмәтлемен, шундай өләсәйем булыуы менән бәхетлемен.
Ҡәҙерле кешемә алдағы тормошонда һаулыҡ, ҡыуаныстар, беҙҙе бәхетле итеп тағы ла күп йылдар йәшәүен теләйем.