Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2021, 10:00

Ярты быуат бергәләр

Алтын туй – йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, ышаныс кәрәк.

Алтын туй – йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, ышаныс кәрәк.
Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Илгиз һәм Эльза Мәрәсовтар – матур ғүмер кисергән парҙарҙың береһе.

Ғаилә байрамдары айҡанлы күптән түгел уларға республика башлығы исеменән ҡотлау һәм байрам бүләктәре тапшырылды.

ЗАГС бүлеге етәксеһе Г. Дауытова һәм территориаль һайлау комиссияһының система администраторы, ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы рәйесе урынбаҫары Л. Уразаева уларҙы күркәм байрамдары менән тәбрик иттеләр.

25 йылға яҡын - райондың хәрби комиссариатында, 20 йыл территориаль һайлау участкаһында намыҫлы хеҙмәт иткән Илгиз Фәйзрахман улы:
-70-се йылдарҙа кәләш алып ҡайттым. Кәләшем буйға бәләкәй, нескә генә ине. Әсәйемдең теле әсе булды бит. “Илгиз үҙенә кәләш алып ҡайтҡан икән, тиһәм, уйнатырға ҡурсаҡ алып ҡайтҡан”, тигән һүҙҙәре хәҙер лаҡап булып ҡалды инде. Ышанғы ла килмәй шул тиклем ваҡыт үтеп киткәнгә, - тине, йәш саҡтарын хәтерләп.

Алтын туйынан муллыҡ туйына аяҡ баҫыусы Илгиз һәм Эльза Мәрәсовтарҙы ғаилә байрамдары уңайынан ҡотлайбыҙ, именлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Читайте нас: