“Таң” гәзитенең әүҙем уҡыусыһы ғына түгел, авторҙарының да береһе булған Садиҡ Сәйфетдин улының балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм уның тормош юлы хаҡындағы мәҡәләне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
...Ғүмер фани ғына шул. Тормошон мәғарифҡа бағышлаған Садиҡ Сәйфетдин улы Байғусҡаровтың юбилейына арналған мәҡәлә йыл аҙағында килһә лә, алдан планлаштырған һәм тиҙ арала китергә тейешле мәҡәләләр күп булыу арҡаһында, йыл башында бирергә һалып торғайныҡ. Ләкин ул арала юбиляр донъя менән бәхилләште.
“Таң” гәзитенең әүҙем уҡыусыһы ғына түгел, авторҙарының да береһе булған Садиҡ Сәйфетдин улының балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм уның тормош юлы хаҡындағы мәҡәләне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.Тик хәҙерге заман ҡылымдарын ғына, «ине» тигән мәғәнә һалып, үткән заман ҡылымдарына әйләндереп сығырға тура килде...
Һәр төбәктең күренекле шәхестәре булған кеүек, һәр ауылдың ихтирамға лайыҡ кешеләре була. Кешенең тормош асылын да бит һайлаған һөнәре билдәләй.
Иҫке Мөсәт ауылында урмансы ғаиләһендә тыуып-үҫкән Байғусҡаров Садиҡ Сәйфетдин улы ла тап шундайҙарҙың береһе ине. Юғары уҡыу йортон тамамлап ҡайтҡан йәш белгесте Ғәлиәкбәр мәктәбенә физика-математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Күп тә үтмәй, директор вазифаһын да тапшырып ҡуялар. Аҙаҡ Байғаҙы мәктәбенә директор итеп күсерәләр. Эшләгән дәүерендә ике мәктәпте лә алдынғылар рәтенә сығарыуға ҙур көс һала Садиҡ Сәйфетдин улы.
Байтаҡ ҡына ваҡыттан һуң, ниһайәт, тыуған яҡтарына ҡайтып, үҙе уҡыған мәктәптә яратҡан һөнәрен – уҡытыусылыҡ эшен дауам итергә насип була уға.
Юғары категориялы тәжрибәле уҡытыусының эш һөҙөмтәһен хөкүмәтебеҙ иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Мәғариф бүлегенең, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Маҡтау ҡағыҙҙары, хеҙмәт ветераны исеме лә шул хаҡта һөйләй. Садиҡ Сәйфетдин улының байтаҡ уҡыусылары математиктар, шулай уҡ офицерҙар һәм инженерҙар бар. Уҡытыусы өсөн ошоларҙан да юғары награда юҡтыр, моғайын.
Мәктәптә эшләгән осоронда уҡ шахматҡа мөкиббән киткән уҡытыусы пенсияла сағында ла шөғөлөн ташламай, ярыштарҙа ла ҡатнаша.
Хаҡлы ялдағы абруйлы ветеран, оло ихтирам ҡаҙанып, ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәне. Әлеге ваҡытта ул ауыл ветерандар советы рәйесе ине. Күп тапҡырҙар ауылдаштары тарафынан депутат итеп тә һайлана. Бына шулай ауылдаштарының ихтирамын тойоп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең бәхет-шатлыҡтарына һөйөнөп, тормошонан ҡәнәғәтлек табып йәшәне олпат ир-уҙаман. Ғаиләһенең ныҡлы терәге булып, гөрләтеп донъяһын көткән ветеран-уҡытыусы 70 йәшлек күркәм юбилейын да ҙур өмөттәр менән ҡаршылағайны ла бит...