«Башҡортостанда йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү», дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү программалары сиктәрендә тормошҡа ашырылған был ҙур сарала район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Башҡортостан Республикаһының Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Яна Гайдук ҡатнашты.
Сараның тап Бөрйәндә уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Районда 35 йәшкә тиклемге йәштәр һаны уртаса республика күрһәткесенән 30 процентҡа юғары. Район хакимиәте лә граждандарҙың был категорияһы менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә.
Районда сара оффлайн режимда үтһә, был форумға онлайн рәүештә йәнә 5000-дән ашыу кеше ҡушылды. Сара майҙаны Өфө, Татарстан, Силәбе, Ырымбур, Удмуртия һәм башҡа төбәк йәштәрен дә берләштерҙе.
Осрашыуҙар билдәле төбәк һәм ил белгестәре үткәргән тренд-сессия, тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре форматында үтте. Программаға командаға ойошоу буйынса уйындар, нетворкинг, “BashHypeHouse“ проекты ҡатнашыусылары менән БашTikTok” медиа-платформаһы, «Аҫылташ» мәғариф программаһы, “Алдар батыр” социаль проекттар республика конкурсы, “Зарница” хәрби-тактик уйыны инде.
Форумдың тәүге көнөндә районда белем алыусы йәштәр, мәктәп уҡыусылары ҡатнашһа, икенсе көнөнә Урал аръяғы райондарынан Хәйбулла, Сибай, Баймаҡ, Белорет райондары йәштәре килде.
Форумды йәштәр хөкүмәтенең баш белгесе Илнур Юлдыбаев алып барҙы.