“Инцидент”та ниндәй мәсьәләләр күтәрелә?
Халыҡтың мөрәжәғәттәрен анализлаусы “Инцидент-менеджмент” системаһы республикала үткән йылдың 15 октябренән эшләй башланы. Ошо ваҡыт эсендә унда райондан 17 һорау-мөрәжәғәт теркәлгән, мөрәжәғәттәрҙең бер-нисәүһе ағас, юлдар мәсьәләләре буйынса, шулай уҡ газ, күп функциялы үҙәктәге сират, урамдарҙы яҡтыртыу, Иҫке Монасип ауылындағы күпер, эттәр, суд приставтары эшмәкәрлеге мәсьәләләре лә күтәрелгән. Субсидиялар һәм пособиелар юллау өсөн нимәләр талап ителеүен һораусылар ҙа бар.
“Инцидент”ҡа иң һуңғыларҙан булып 2 комментарий теркәлгән. Беренсеһе - “Бәйләнештә” селтәрендә Розалия Ғөбәйҙуллина-Юлбирҙина исемле интернет-ҡулланыусының Радий Хәбировтың сәхифәһенә: “Бөрйән районының Брәтәк ауылында ла юл юҡ. Тик соҡорҙар ғына... Ҡышын түҙерлек әле, яҙ көнө бөтөнләй сығып булмай”, - тип телгә алыуы. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Алина Хөснуллина: “Аҫҡар-Брәтәк автомобиль юлын “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәтләндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финанс саралары етмәү сәбәпле, яҡын арала ремонт ҡаралмаған. Әммә беҙ һеҙҙең мөрәжәғәтте контролдә тотасаҡбыҙ, мөмкинселек булғанда был юлды ремонт планына индерербеҙ”, - тип яуап бирҙе. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Руслан Динисламов әйтеүенсә, 2018 йылда 3 грейдер оҙайлы ремонтта ултырыу һәм яғыулыҡ менән проблемалар булыу сәбәпле, юлдарҙы тейешенсә тәртиптә тотоп булмаған. “Әлегә Аҫҡар-Брәтәк юлында ремонт ҡаралмаһа ла, быйыл участка-участка менән иң алама урындарҙы ремонтлап ҡуйырбыҙ”, - ти Руслан Рафиҡ улы.
“Инцидент”ҡа “эләккән” икенсе комментарий - “сүп-сар” темаһына. Айгөл Ғөзәйерова Байназар ауылында махсус урында йыйылған сүп-сарҙың фотоларын һалып, ҡасан алыуҙарын белешкән, юғиһә, эттәр туҙҙыра, тигән.
Район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәт һәм муниципаль торлаҡ контроле буйынса баш белгесе Иршат Ейәнбаев был мәсьәлә буйынса: “Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса районыбыҙҙы хеҙмәтләндереүсе “Эко-Сити” төбәк операторы әлеге көндә техника йүнләү менән мәшғүл һәм алдағы айҙарҙа тулыһынса эште башларға йыйына”, - ти. Сүп-сар урамда туҙрап ятмаһын өсөн иһә урындағы биләмә тарафынан был контейнер ваҡытлыса алынып торған.