Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2020, 15:00

Кибер-енәйәттәр артыу менән бәйле, граждандарҙы уяу булырға саҡырабыҙ

Хөрмәтле граждандар! Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, яман ниәт менән эш итеүселәр, нигеҙҙә, һеҙҙең тиҙ ышанып барыусанлығығыҙ һәм һаҡһыҙлығығыҙ менән файҙаланып енәйәт ҡылалар.

Хөрмәтле граждандар! Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, яман ниәт менән эш итеүселәр, нигеҙҙә, һеҙҙең тиҙ ышанып барыусанлығығыҙ һәм һаҡһыҙлығығыҙ менән файҙаланып енәйәт ҡылалар.
Заманса мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары үҫешеү менән бөгөнгө заман кешеһенең тормошон инде ғәҙәтигә әйләнгән техник ҡорамалдарһыҙ, түләүҙең электрон ысулдарыһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Уларҙың ҡулланыу өсөн ябайлығы, уңайлы булыуы һаман да күберәк файҙаланыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. Замана технологияларын үҙҙәренең криминаль маҡсаттарында файҙаланыусы енәйәтселәр ҙә уларҙан ҡалышмай.
Был осраҡтарҙың 80 проценты карта менән файҙаланыусыларҙың шәхси мәғлүмәттәрен алыуға (банк карталары реквизиттары, паспорт мәғлүмәттәре, логин, пароль һ.б.) алыуға һәм артабан граждандарҙың аҡса средстволарын йәки башҡа мөлкәтен урлауға йүнәлтелгән. Бындай енәйәти ниәттәрҙе Интернет селтәрен, мобиль бәйләнеш средстволарын, иҫәпләшеү (пластик) карталарын ҡулланып, алдау юлы менән ҡылыу айырыуса киң таралған.
Йыш ҡына граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәрен нисек тә алыу һәм артабан уларҙың аҡса средстволарына эйә булыу өсөн насар ниәт менән эш итеүселәр кешеләрҙең ышанысы менән файҙалана, манипуляцияның ябай, ләкин эффектлы ысулдарын, психологик баҫым ҡуллана. Кешеләргә иртә таң менән, кис һуң ғына, ял көндәрендә шылтыраталар. Маҡсаттары – кешеләр нимә булһа ла уйлап өлгөргәнсе, уларҙың башын әйләндереп, аптырап ҡалған саҡтарында уларҙан шәхси мәғлүмәттәр алыу.
Енәйәтселәр бик ышаныслы һөйләйҙәр, “тимер” дәлилдәр килтерәләр, профессиналь терминологияны һиптерәләр, үҙҙәренең ҡорбандарын ҡурҡыталар. Былар рәтендә: туғанлыҡ хистәре менән уйнау, аҡсаны юғалтырға ҡурҡыу йәки, киреһенсә, ҡапыл уйламағанда-көтмәгәндә аҡса алыу ихтималлығынан ҡыуанып, башты юғалтыу... Мутлашыусыларҙың запасында әллә күпме тарихтар бар. Сөнки улар хәҙер ниндәйҙер тәғәйен сумманы алыуға ғына түгел, дөйөм алғанда, электрон иҫәптәргә һәм карталарға инә алыу мөмкинлеген алыуға маҡсат тота.

Түбәндәге схема киң таралыу алған. Телефондан шылтыратыусы үҙен банк хеҙмәткәре тип таныта һәм, хәүефһеҙлек системаһы “телгә килде”, әлеге ваҡытта һеҙҙең картағыҙ менән шикле операция үткәрелә, тип хәбәр итә. Уны туҡтатыр өсөн, мәҫәлән, картаның код һүҙен йәки ПИН-кодын һорайҙар. Артабан мутлашыусылар, психологик манипуляция ҡулланып, кешеләргә баҫым яһайҙар, уларҙы иҫәптәре йәки карталары менән уларҙың аҡсаларын урлау өсөн кәрәк булған билдәле бер ғәмәлдәр ҡылырға көйләйҙәр. Йыш ҡына граждандарҙың телефондарына шундай эстәлектәге SMS-хәбәрҙәр ебәрәләр.

Халыҡ араһында интернет-магазиндарҙан һәм “Авито” сайтындағы һымаҡ иғландар аша нимәлер һатып алыу бик популяр. Йыш ҡына нимәлер тәҡдим итеүсе кеше тауар өсөн аванс йәиһә уның тулы хаҡын картанан картаға күсереүҙе һорай. Аҡса күсерелгәндән һуң, тәбиғи, мутлашыусы юҡҡа ла сыға.

Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн, ябай ғына һаҡланыу сараларын үтәгеҙ:

-бер ниндәй осраҡта ла Интернет, мобиль телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шул иҫәптән номерҙарҙы, ПИН-кодығыҙҙы һәм банк картаһының башҡа реквизиттарын, паспорт мәғлүмәттәрен, логин һәм паролдәрегеҙҙе, банк һеҙгә СМС-хәбәр итеп ебәргән кодтарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ һәм хәбәр итмәгеҙ;

-үҙегеҙҙең банк карталарығыҙҙы, кәрәҙле телефонығыҙҙы, башҡа техник ҡорамалдарығыҙҙы өсөнсө кешеләргә бирмәҫкә тырышығыҙ;

-үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған кешеләрҙән шылтыратыуҙар булып, улар карта йәки иҫәп буйынса ниндәйҙер операциялар ҡылырға саҡырһалар, әңгәмәсегеҙ тарафынан көсләп тағылған операцияларҙы, ҡыҫҡаһы, улар әйткәнде үтәргә ашыҡмағыҙ;

-хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, банк хеҙмәткәре бер ваҡытта ла һеҙҙең картағыҙ буйынса шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һорамаясаҡ. Шуға бәйле, иң яҡшыһы һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм үҙегеҙҙең банкығыҙҙың техник ярҙам хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, уның инструкцияһы буйынса эш итегеҙ. Клиенттарҙың средстволарын һаҡлау өсөн банктың бөтә кәрәк булған мәғлүмәттәре бар. Шикле осраҡтарҙа теләгән бер ваҡытта консультация алыу өсөн кредит учреждениеһының телефон номерын үҙегеҙҙә тотоу яҡшы булыр. Шундайыраҡ эстәлектәге СМС-хәбәрҙәр алғанда ла шулайыраҡ итергә кәрәк;
-Интернетта нимәлер һатып алғанда айырыуса һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ, һатыусының ышаныслымы-юҡмы икәнлегенә инанмайынса, аҡсаны дистанцион рәүештә күсерергә тырышмағыҙ, ялтырауыҡ тәҡдимдәргә һәм ташламаларға тыйнаҡ мөнәсәбәттә булығыҙ;

-Интернет селтәрен файҙаланғанда бик уяу һәм һаҡ булығыҙ, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе ситкә сығармаҫҡа тырышығыҙ. Электрон почтаны ҡулланғанда сит Интернет-ресурстарға һылтанмалары булған шикле хаттарҙы асмаҫҡа тырышығыҙ. Үҙегеҙҙең “девайс”тарығыҙға билдәһеҙ программаларҙы һәм техник ҡорамалдарҙы ҡуймағыҙ.
Читайте нас: