Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2020, 10:00

Иңдәрендә - ил тарихы

Кис етһә, тәҙрәләргә кейеҙ эләләр. Сыра әҙерләйбеҙ. Беҙгә “Мөхәмәҙиә” китабын уҡырға йыйылалар. Намаҙ уҡыйҙар. Ил-йорт хәл-әхеүәлдәрен һөйләшәләр. Салауатов Әбделвәхит хәҙрәттең килеүен ныҡ әҙерләнеп көтә ине.

Кис етһә, тәҙрәләргә кейеҙ эләләр. Сыра әҙерләйбеҙ. Беҙгә “Мөхәмәҙиә” китабын уҡырға йыйылалар. Намаҙ уҡыйҙар. Ил-йорт хәл-әхеүәлдәрен һөйләшәләр. Салауатов Әбделвәхит хәҙрәттең килеүен ныҡ әҙерләнеп көтә ине.
Ишембай районының Һәйет ауылында йәшәгән Аллабирҙин Дәүләтбирҙенең үҙһүҙле, еңмеш, ен ботағы, әскернә ҡыҙы Хәтирәне Мөхәмәтйән ағайы, Магнит яғына күсеп китешләй, Аҫҡар ауылынан 1876 йылғы булған диндар Ниғмәтуллин Шаһивәли Мөхәмәтсалих улына өсөнсө ҡатынлыҡҡа ҡалдырып китә.

…Яҙмышына күнеп, тандыр ғына донъя йөгөн тартҡан йәш ҡатындың балаһы тыуып торған - үлеп торған. Тос тубырсыҡтай Абдулланың, күҙ ҡараһылай күргән Хәлиттең, төймә күҙ Вәсиләнең дә күбәләктәй йәндәре баҡыйлыҡҡа күскәс, бала юғалтыу ҡайғылары йөрәккә уйып ҡайылған ата-әсә, тәҙрә аша бала һатып алыу йолаһын атҡарып, 1930 йылдың 28 декабрендә Аратов Шөғәйеп бабайҙың ҡәйнәһе Йомабикә өләсәйҙән ҡыҙ баланы тәҙрә аша “һатып” алалар. Нәби - ғәрәпсә бәйғәмбәр тигән һүҙ. Ошоға бәйлелер ҙә, Нәбирә тигән исем ҡушалар. “Һатып” алынған баланың ҡул арты ла еңел була: 1932 йылда - Хөмәйрә, 1936 йылда Хәләф тыуып, йөрәк майын һыҙған ҡайғыларҙы бер аҙ баҫа төшә. Донъялар көйләнә: атаһы өҫтәл бейеклеге станогында киндер һуға торған көрөҫ, ҡаба, тәрәш быса, йәтеш-йәтеш тырыз, күнәсек, киле, һыйыр мөгөҙөнән бет тараҡтары, һандыҡ, шкафтар эшләй. Уларҙы Әүжән баҙарына сығарып, һатҡанын-һатып, ҡалғанын ул-был кәрәк-яраҡҡа алмаштыра. Юлайҡан киндер орлоғон һыҡтыртып, май алып ҡайта. Өйгә лә килеп кәрәк-яраҡҡа заказ биреп, эшләтеп алыусыларҙың юлы һыуынмай. Бигерәк тә бет тарағына һорау күп була. Әлеге көндә уның семәрләп эшләгән ике ҡатлы шкафы Брәтәк ауылында Фәхриянов Ғилфан Ҡотлоғәләм улында һаҡлана.

...“Миңә - тимерсыбыҡтан, һеңлемә ат ҡойроғо ҡылынан тәҙрә яҡтауына мандолина яһап бирҙе. Үҙенең тиренән эшләнгән йомро башлы думбыраһы булды. Өй ишеген асһаң, ҡаршыла ғына Ҡаршытау. Атайым шул тауға ҡарап, һоҡланып, думбыраһын түшенә һалып, моңло дөмбөрҙәтеп:
Ҡаршы ғына тауҙыр төйәгем,
Шунда үтә йәйем, ҡыштарым.
Айырылһам ошо ерҙәрҙән,
Белмәҫ инде йөрәк ништәрен, -
тип көйләп ятыр ине.
Беҙ ҙә «мандолиналарыбыҙҙы» сиртеп, тауыш сығарһаҡ, күкрәк киреп, ҡоластарын йәйеп бейеп киткән була торғайны. Күңелдәре булһын, тигәндер инде. Уйынсыҡтарыбыҙ ҙа атайыбыҙҙың станогынан сыҡҡан юнышҡылар, тап-топ. Шулар менән уйын ҡороп, көн ҡыҫҡартабыҙ инде.

Кис етһә, тәҙрәләргә кейеҙ эләләр. Сыра әҙерләйбеҙ. Беҙгә “Мөхәмәҙиә” китабын уҡырға йыйылалар. Намаҙ уҡыйҙар. Ил-йорт хәл-әхеүәлдәрен һөйләшәләр. Салауатов Әбделвәхит хәҙрәттең килеүен ныҡ әҙерләнеп көтә ине. ...Әсәйем егерме биш йәшкә кесе лә булғас, атайымды тыңламай маташа торғайны. Атайым үҙенең ипле, йылы һүҙле булыуы менән алдырҙы. Әсәмә лә, беҙгә лә ҡысҡырманы, ҡул күтәрмәне. Йәшенмәк уйнап йөрөп, артына ҡыҫылып инеп, ҙур һауыт-һаба шкафын ҡолатҡан өсөн аршын таяғы менән берҙе эләктергән булды ауырттырмай ғына“, - тип хәтер йомғағын һүтә әсәйем.

Эх, һин, 37...
“Көҙ ине. Ҡырауҙың шашып өткән мәле. Ике милиционер инеп, өйөбөҙҙө тентей башланылар. Бөтә нәмәне аҡтарып бөттөләр. Ҡурсаҡтарыбыҙҙы боҙа башлағас, һеңлем, минең бәпәйҙәремә теймәгеҙ, тип илап, барып йәбешһә лә, туҙҙырҙылар уларҙы ла. Атайым мыйығын бороп, һаҡалын һыйпап, кәрәк нәмәгеҙҙе, әйҙә, эҙләгеҙ һуң, тип тик ултыра... Әсәйем юл тоҡсайына бер-ике баш ҡорот, өшә, ҡаҡ һалып, атайыма тотторҙо. Кырандаста, атайымды урталарына ултыртып, әллә ҡайҙа алып киттеләр. Әсәйем ҡустымды күтәреп, мин һеңлемде етәләп, ҡапҡа тышында үкһеп илап тороп ҡалдыҡ...

Аҙаҡ Аратов Шөғәйеп ағай килде. Әсәйем, умарта эсенән урталай бөкләнеп, өҫтөнә ҡорт сысып бөткән ҡағыҙҙы алып күрһәтеп, бына ошоноң өсөн китте инде, тапһалар, атырҙар ине, тине. Ул Троицкиҙәге “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе биргән указлы муллалыҡҡа документ була. Китаптарын йәшниккә тултырып, Шөғәйеп ағайым зыяратҡа алып барып күмә.

...Ҡараңғы төшкәс, атайыбыҙ ҡайтып инде. Беҙ, ҡыуанышып, бер урындыҡ булып йүгерештек, шаярҙыҡ. Атайым илай. Әсәйем дә илай. Быш-быш һөйләшәләр ҙә тағы илайҙар. Иртән теге тоҡсайға тағы нәмәләр өҫтәп һалып, атайым китергә булды. Әсәйем менән икәүләп оҙата барҙыҡ. Ҡарабалыҡ тигән ерҙә туҡтаныҡ. Улар илашып-һөйләшеп тик ултыра. Мин ялан аяҡмын, аяғым өшөй. Атайымдың алдына ултырып, йылынып алам да йөрөп киләм. Бер яулыҡ итеп матур ғына япраҡтар йыям, түгәм дә тағы йыям.
Атайымдың әсәйемә, иртәгә үк колхозға ин, тигәненә, ҡайҙа, нимәгә инергә ҡуша икән, тип аптырайым. Ҡаты итеп ҡыҫып яратты атайым, маңдайымдан үпкәндә күҙ йәше иренемә-телемә эләкте. Шунда белдем күҙ йәшенең тоҙ һымаҡ әсе икәнен. Китте атайым... Илай-илай ҡайтып киттек“, - тип әсәйемдең хәтер китабының тағы бер бите асыла.
Олатайҙың кире ҡайтыуы шунан ғибарәт: теге конвоирҙарҙың күҙен бәйләп ыҙалатҡан. Алдарына күл йәйелгән йә һаҙлыҡ хасил булған, тауҙан айыу төшөп килгән, юлға һеләүһене менән ағас йығылған, ти. Иртәгә үҙең барырһың, тип олатайҙы ҡалдырып китергә мәжбүр була тегеләре.

Ғәлиәкбәрҙән Мөхәмәт бабай милицияла эшләгән булған. Ул түбәндәгеләрҙе һөйләгән: “Бикле йоҙаҡ асыла ла тора икән, һаҡсы урынында, мут йылмайып, ҡарт ултыра, ти. Йә тышта йөрөй, йә бикле бүлмәһе эсендә ҡош һайратып, йә коридорҙан һыу ағыҙып ҡуя. Начальниктары, ярай, зыяны теймәй бит, бер ҡайҙа ла китмәй, инеп ята, тип үҙ яйына ҡуйған“.

Тағы бер күрергә насип була әсәйемә атаһын. Ҡар яуғас, арестанттарҙы Исламбай аша Өфө яғына алып китәләр. Фатирға төшөп, йоҡлап, аттарын ял иттереп, ашатып алалар.

Ҡара мөһөр - артың дөһөр
Кулак, тип мал-тыуарын тартып алып, йорт-ҡураһын егерме һумға һатҡас, олатай Исламбайға күсеп, өй буратырға ғына йөрөгән. Башһыҙ ер иҙәнле балаганда йәшәп торғандар. Өрлөгө емерелеп, өләсәйҙең аяғына төшөп, һындырып, Әүжән балнисында оҙаҡ ҡына ята. “Беҙ Ибраһимов Әмир ағайҙың ҡарындашы Гөлниса апайҙарҙа өс ғаилә ҡыш сыҡтыҡ: төпкө урындыҡта Сәғитов Хаммат бабайҙың улы Ирек, ҡустыһы, ситке урындыҡтың яртыһында беҙ: өс бала менән әсәйем, икенсе яртыһында-ауыл һыйырҙарын көткән көтөүсе Аҡбабай. Гөлниса апай беҙгә концерт ҡуя. Ғилминиса еңгәй, танауығыҙҙан мәрйен ҡойола, тип йөн теттерә лә аҙаҡ, теге мәрйендәрҙе иткә алмаштырҙым да ҡуйҙым, тип хәтәр тәмле итле аш менән һыйлай.

...Әсәйем “калхуз”ға барып илай ҙа ҡайта. Күберәк бытый Һәтүкте ниндәй насар һүҙҙәр бар, шуларҙы әйтеп әрләп илай. Тәүҙә мин ул һәтүкте һыйыр тип уйланым, әсәйем һыйыр һауғас, ә ул Һәтүк Фәтхулла тигән кеше булған икән. Беҙгә лә көн бөттө: кулак, мулла, халыҡ дошманы балаһы, тип, беҙҙән ҡасалар, бергә уйнатмайҙар, еләк-емешкә барһаҡ, көслөрәк, әрһеҙерәк бала -саға һауыттарыбыҙҙағын түгәләр йә ҡойоп алалар. Атыу-аҫыуҙы ишаралап күрһәтәләр.

Ауылдаштар өйөбөҙҙө йүнәтеп бирҙеләр. 39-40-сы йылдарҙа Әлшәйҙекеләр мал көтөп яталар ине. Беҙҙең мейестә икмәк бешерҙеләр, әсәйем аш-һыуҙарын әҙерләшеп, кейем-һалымдарын ямаштырып бирә ине. Ҡайтҡандарында быуаҙ, тип, бер тана биреп киттеләр. Ул быҙауланы. Беҙҙең ҡыуаныу! Һыйырҙы Шәйеккә төшөрөп һуғарам, эргәһендә, һыуға төшөп, ағып китмә, тип йүгереп йөрөйөм.

Һеңлебеҙ Маһизәр тыуҙы. Уны көнө буйы ҡарайбыҙ: мин һөт эсерәм, сепрәккә икмәк һалып, һөткә манам да шуны имеҙәм, Хөмәйрә сәңгелдәк бәүетә, Хәләф тә шалтырауыҡ шалтыратып, тәйтелдәп, әүерәтеп ултырған була. Инде ултыра ғына башлағайны, йәшен атты һеңлебеҙҙе. Шул көндө колхоздың да алты һыйырын атҡан булған.
Бер көн Брәтәк ауылындағы детдомға балалар йыйҙылар. Тайба еңгәм, исмаһам, тамағың - туҡ, өҫ-башың бөтөн йөрөр, тип сығарып арбаға Мостафа эргәһенә ултыртҡайны, әсәйем күреп ҡалып, алды ла ҡалды. Өйҙә ашау наҡыҫ, кейем-һалым туҙып бөттө. Кәримов Һибәт ағайҙарҙан ары келәттә ҡарауылсы булған Әсмә апайҙар йәшәй. Ул ике-өс көнгә бер ус ҡына борсаҡ бирә. Шуны ҡыҙҙырып, бөртөкләп кенә ашаған булабыҙ.

Туғыҙ йәштә уҡырға барҙым. Ҡыямов, Кәримов Һибәт ағайҙар, Баймаҡтыҡы Байбулова Шәһиҙә апай уҡытты. Шәһиҙә апай яңғыҙ йәшәне, мине алып ҡайтып, сәй эсерә торғайны. Минең мәктәпкә сәпсим барғым килмәй. Барһаң да үсекләйҙәр, һыйҙырмай, эткеләй-төрткөләйҙәр. Әсәйем бәләкәй сана һөйрәп, ҡулалмаш эш табып, кәртүк, кәбеҫтә булһа ла алып ҡайтырмын, тип, Әүжәнгә китте. Быйманы әсәйем кейеп киткәс, мин мәктәпкә барманым.

Иртәгәһенә әсәйем табандатып апҡайтҡан быйманы кейеп, мәрйә биргән шәлде ябынып, ҡыуанып, мәктәпкә барып инеүем булды - эстингәзиткә күрһәтеп, көлә лә башланылар. Һүрәте әле булһа күҙ алдымда: ҡар тауы башында ҡулды йәйеп торам инде, аҫтында шиғыр:
Өйрөлөп яуа, һибелеп яуа,
Бик күп яуа быйыл ҡар.
Прогульщик, ялҡауҙарға
Мәктәптәрҙә урын тар.
Мыҫҡыллауҙарына түҙмәй, оҙон тәнәфескә сыҡтым да илай-илай ҡайтып киттем. Уйынға мәшғүл булыпмы, икенсе сәбәптәнме, берәүҙең кесе ярауы иҙән буйлап ағып киткәс, уй, алла, ҡарағыҙ әле, аға, тигән Хөрмәтулла Әҙелбаев. Ҡайҙа ул алла, кем күргән, ҡайҙа өйө, тип Хөрмәтулланы мәктәптән ҡыуҙылар“, - тип ауыр тәьҫораттарға бирелә әсәйем.
Сыбаялан
Сабира Йомағужина, Мәрхәбә инәйҙең ҡыҙы Нурия менән өсәүләп Сыбаяланда ҡымыҙлыҡ йыйып йөрөй инек, почтальонка Вәсилә апай беҙҙе Аҫҡарға эйәртеп алды ла китте. Нәсиха инәйҙәрҙә ҡаймаҡ туҡып тороп, ойотҡан эсеп алдыҡ. Инәй тары төйҙө. Бутҡа бешеп сығыуға Вәсилә апай ҡайтты. Ниңәлер, шым ғына ултырып бутҡаны ашаныҡ та, гәзит-журналдарҙы бүлешеп тотоп, ҡайтырға сыҡтыҡ. Һуғыш башланған, тип апайыбыҙ ҡайтҡансы иланы. Кем ҡайҙа, ништәп һуғыша икән, тип беҙ аптырайбыҙ.
Беҙҙе, әлбиттә, өйҙәгеләр юғалтҡандар, эҙләү башланған. Мин, һорамай киткәс, ҡурҡыштан, ярамһаҡланып, аҡланғандай булып, әсәй, «һуғыш башланған», тип һөйөнсөләүем булды - ҡайыш ҡолаҡбау һырт буйын әсе генә итеп һыҙырып та алды. Әсәйем зырлап илай. Һорамай бер ҡайҙа ла бармаҫмын, тиҙ генә ҡайтырмын, тигән булам, үҙемсә йыуатып. Иртәгәһенә арбаларға тейәлеп ир-ат һуғышҡа китте.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитендә уҡығыҙ.
Читайте нас: