Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 17:00

Ҡылғандары бары изгелек...

Барыбер ҙә яҡшы кешеләр күберәк ул донъяла. Был хәҡиҡәткә ошо көндәрҙә йәнә бер ышанырға тура килде.

Барыбер ҙә яҡшы кешеләр күберәк ул донъяла. Был хәҡиҡәткә ошо көндәрҙә йәнә бер ышанырға тура килде.
...Интернетта бер иғлан күҙемә салынды. Унда кемдер инвалидтар өсөн бушлай коляска тәҡдим итә ине. “Тәүге ике шылтыратыусыға минән бүләк” тигән яҙыуы ла бар. Коляска ауыр сиргә тарыған әсәйем Фәүзиә Хәсәноваға ла бик кәрәк булғас, икеләнеберәк булһа ла, шылтыратырға ниәт иттем. Һәм, Аллаға шөкөр, коляскалы булырға яҙҙы.
Кем һуң ул изге күңелле кеше, тиһегеҙҙер. Әбделмәмбәт ауылында йәшәй ул оло йөрәкле райондашыбыҙ. Хәйер, улай тип кенә әйтеү әҙ булыр. Уның хаҡында тәфсилләберәк яҙмау мөмкин түгел...

Халыҡта, изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тигән мәҡәл бар. Эйе, артыҡ шауламай ғына изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәүсе райондаштарыбыҙ бихисап. Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе бөтә ғүмерен ауылдаштарының һаулығын һаҡлауға бағышлаған хеҙмәт ветераны Бибинур Әхмәт ҡыҙы Хисаметдинова шуларҙың береһе. 2005 йылдан ҡаты сиргә тарыған ирен бала кеүек матур итеп тәрбиәләүсе был апайҙы етмеште ҡыуа тип уйламаҫһың да: теремек, алсаҡ йөҙлө, ихлас күңелле.
Балаларына ҡәҙерле әсәй, 10 ейән-ейәнсәренә һөйөклө өләсәй, ауылдаштары өсөн аҡыллы кәңәштәрен биреүсе ағинәй булып йәшәй ул. Кеше араһында абруйы ҙур.
- Бибинур, һин эшләгән саҡта беҙҙең больница ауылда ғына булды инде ул. Үҙебеҙ ауырыһаҡ та, балаларыбыҙ сирләп китһә лә һиңә барып йығылдыҡ, дауаландыҡ. Хатта күрше ауылдарҙан да киләләр ине бит һиңә. Яҡты йөҙөң, кешеләрҙе яратыуың, ихлас булыуың өсөн рәхмәт, - тип уға бөгөн булһа бүләк килтереп, йылы һүҙҙәр әйтеүселәр ағымы өҙөлмәүе генә лә ағинәйҙең ғүмере бушҡа үтмәүенә ҙур дәлил. Кешеләргә кәрәк булыу үҙе ҙур бәхет бит ул!

Хатта берәү 3 литрлы банкала бал тотоп килеп: “Рәхмәт, инәй, бала сағымда ауырығанда һинең ярҙамыңды күп күрҙем”, - тигән. “Кендек инәйемдең хәлен белергә килдем әле”, тип килеп-китеүселәр ҙә булғылап тора икән.
Эйе, бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәкмәй әҙәм балаһына – кешеләргә ҡылған изгелектәрең өсөн рәхмәт һүҙҙәре ишетеү ҙә етә... Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр бит.
-Бик бәхетлемен мин. Эшемдән уңдым, кешеләрҙән уңдым. Ғүмерем буйы кешеләр араһында ихтирамлы булып йәшәнем. Иң мөһиме, балаларымдан уңдым. Илшат улым менән Римма киленем 5 йыл элек үҙҙәренә күсереп алдылар. Бына шулай хәҙер олоғайған көнөбөҙҙә бөтә уңайлыҡтар булған ҙур, яҡты, йылы өйҙә рәхәтләнеп йәшәйбеҙ. Улым эшҡыуарлыҡ менән булыша – пилорам тота. Тирә-яҡта бер тигән заманса магазин да астылар.

Ҡыҙҙарым Айһылыу менән Резеда ла кейәүҙәре менән матур йәшәйҙәр. Юғары белемлеләр. Үҙҙәре йәшәгән ерҙәрҙә – Әбйәлилдә һәм Сибайҙа хөрмәтле кешеләр. - Балалары, үҙенең көнитмеше тураһында шулай ҡыуанып һөйләне һынауҙарҙа һынмаған ағинәй.

Эйе, тап Бибинур апай бүләк итте әсәйемә колясканы. Икенсе колясканың эйәһе – Яңы Мөсәттән Гөлназ Ҡасҡынбаеваның улы. Коляскалар менән бергә күстәнәстәрен, Яңы йыл бүләген дә әҙерләгән Бибинур апай.

70 йәшендә лә тик тороу белмәгән, әүҙем тормош рәүеше алып барған, үҙенең өҫтөндә лә даими эшләп, көн һайын гимнастика яһаусы, скандинав аҙымдары менән шөғөлләнеүсе апайға бик рәхмәтлебеҙ. Һәр ваҡыт шулай мөләйем, изге күңелле, кешелекле булып ҡалырға яҙһын һеҙгә, Бибинур апай!
Изгелек эшләүҙә ярышығыҙ, тиелә диндә лә. Ошо хәҡиҡәтте тормош девизы итеп алған Бибинур апай кеүек кешеләр менән нурлы ла, йәмле лә ул донъя! Беҙгә ҡылған изгелегегеҙҙе Хоҙай үҙегеҙгә мең сауап итеп ҡайтарһын!
Читайте нас: