...Редакцияға сана менән дә килеп инәләр. Ошо аҙнаның шишәмбеһендә бер ағай ҡулдан эшләнгән матур ғына сана тотоп килеп инде.
Моғайын, баҙар тирәһенән сана һатып алғандыр ҙа, бүләк уйнатырға квитанцияһының күсермәһен алып килгәндер, тигән уй килде башҡа. Ләкин тап киреһенсә булып сыҡты – Ғәҙелгәрәйҙә йәшәүсе Фәтих ағай Ҡаһарманов аҙна бүләге өмөт итеп түгел, үҙе аҙна бүләге килтергән! Оҫта ҡуллы уҙаман ағастан балалар өсөн бик матур сана эшләп алып килгән. Ваҡытында физика һәм математика фәндәренән балаларға белем биргән Фәтих Вәхит улы үҙенең был ниәте нисек тыуғанын түбәндәгесә аңлатты.
-“Таң” гәзитен бик яратып уҡыйым. Гәзиттәге барлыҡ мәҡәләләр ҙә оҡшай. Райондағы яңылыҡтарҙы башҡа ҡайҙан беләһең инде, шул гәзиттән уҡып барабыҙ бит.
Яңыраҡ “Таң” гәзитенә кешеләрҙе яҙҙырыу буйынса эшҡыуарҙарҙың эстафета ойошторғанлығы хаҡында уҡыным да, мин дә был изге эштән ситтә ҡалмайым әле, ошолайтып булһа ла өлөшөмдө индерәйем, тип уйланым.
Саналарҙы электән эшләйем. Кешеләр һораһа, эшләп биргеләйем. Кемгә сана кәрәк, 3-35-88 телефонына шылтыратһындар, әйҙә. Минең был санам район гәзитен гел алдырып барған берәй райондашыбыҙға эләкһен ине, - тине Фәтих Вәхит улы.
Ошондай изге күңелле кешеләр менән осрашһаң, күңел күтәрелә, офоҡтар киңәйеп китә бит ул. Фәтих ағай ҙа ниндәйҙер яҡтылыҡ ҡалдырып сығып киткәндәй булды. Ошондай әүҙем, яҡшы күңелле райондаштарыбыҙ, уҡыусыларыбыҙ булғанда “Таң”ыбыҙ ҙа йәшәр, уның тиражы ла артыр, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Рәхмәт һеҙгә, Фәтих ағай! Һеҙ – үҙ төйәгегеҙҙең патриоты!
Шулай итеп, “Таң” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға тапшырыусылар араһында киләһе аҙнала ағас сана һәм 500 һумлыҡ сертификат уйнатыла! Иң ҡыҙыҡһындырған һорау – сана кемгә эләгер?!