Бөгөн донъяның бик күп илдәрендә наркомания тигән яман сирҙең таралыуы, шул иҫәптән беҙҙең илдә лә һуңғы йылдарҙа наркотик ҡулланыусылар һанының арта барыуы бер кемгә лә сер түгел. Беҙ был сиргә ҡаршы берҙәм көрәш алып барырға тейешбеҙ. Юғиһә, йәш быуындың, балаларыбыҙҙың яҡты һәм бәхетле киләсәгенә хәүеф янаясаҡ.
10 декабрҙә Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәтенең наркотиктарға ҡаршы комиссияһының быйылғы йылдағы һуңғы ултырышы үтте. Уны район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт һәм ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары М. Ғүмәров алып барҙы.
Эске эштәр министр-лығының Бөрйән районы бүлексәһе етәксеһе Х. Һиҙиәтов 2020 йыл дауамында районда наркоманияға бәйле хәлдәр һәм наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы башҡарылған саралар хаҡында һөйләне. “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы вәкиле Ә. Вәлиева алама ҡылыҡты пропагандалаусы контенттарҙы асыҡлау маҡсатында интернет селтәрҙәрендә күҙәтеү эштәре алып барыу, район мәғариф бүлегенең тәрбиәүи эштәр буйынса методисы А. Дәүләтҡужина мәғариф учреждениеларында өлкән синыф уҡыусылары араһында наркотик һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау маҡсатында үткәрелгән ирекле медицина тесының һөҙөмтәләре хаҡында сығыш яһаны. Шулай уҡ белем биреү ойошмаларында наркологик постарҙың эшмәкәрлеге, наркотиктарға һәм алкоголгә ҡаршы алып барылған саралар менән дә таныштырҙы.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин хроник алкоголизм һәм алкоголик психоз кеүек наркологик сирҙәр менән яфаланыусылар динамикаһына анализ яһаны. Шулай уҡ райондағы эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан күңелһеҙ хәлдәрҙе лә билдәләп үтте.
Комиссия секретары З. Йәнбирҙина үҙенең сығышында наркотиктарға ҡаршы комиссияның 2020 йылдағы эшен барланы.
Сығыш яһаусыларҙы тыңлап бөткәс, ултырыш йомғаҡтары буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде:
1. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле хәбәрҙәр ҡабул итеү һәм наркотиктарға бәйлелеге булған граждандарҙың реабилитацияһы буйынса «Ышаныс телефондары»ның эштәрен дауам итергә.
2. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, иҫкәртеү һәм туҡтатыу маҡсатында бәлиғ булмағандар һәм йәштәр күпләп йыйылған урындарҙы даими контролдә тоторға.
3. Рәсәй эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенә каникул ваҡытында ҡырҙан килеүселәргә, студенттарға һәм туристарға ҡарата контролде көсәйтергә.
4. Алама ҡылыҡты пропагандалаусы контенттарҙы асыҡлау маҡсатында интернет селтәрҙәрендә эҙләнеү һәм күҙәтеү эштәре алып барыуҙы дауам итергә.
5. Райондағы белем биреү учреждениеларында өлкән синыф уҡыусылары араһында наркотик һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау маҡсатында, йәйге каникул тамамланғас та, йәғни, сентябрь айында уҡ, ирекле медицина тестарын үткәрергә.
6. Наркологик сирлеләрҙе асыҡлау һәм дауалау буйынса эште дауам итергә.
7. Тәртип һаҡлау органдарына һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына законһыҙ алкоголь продукцияһын ташыусы һәм һатыу итеүселәргә ҡарата контролде көсәйтергә.
8. Ултырыш тураһында материалдарҙы ”Таң”гәзите биттәрендә яҡтыртырға.