Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 14:00

Имен үтһен байрамдар

Районда коронавирус сирен профилактикалау һәм таралыуына контроль сараларын тормошҡа ашырыу буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте. Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары, штаб етәксеһе урынбаҫары Марсель Ғүмәров алып барҙы. Штаб ағзалары һәм ҡатнашыусылар коронавирус инфекцияһын профилактикалау һәм таралыуын иҫкәртеү сараларының үтәлеше тураһында мәғлүмәт бирҙеләр.

Районда коронавирус сирен профилактикалау һәм таралыуына контроль сараларын тормошҡа ашырыу буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте. Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары, штаб етәксеһе урынбаҫары Марсель Ғүмәров алып барҙы. Штаб ағзалары һәм ҡатнашыусылар коронавирус инфекцияһын профилактикалау һәм таралыуын иҫкәртеү сараларының үтәлеше тураһында мәғлүмәт бирҙеләр.
Бөрйән үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин райондағы санитар-эпидемиологик хәл менән таныштырып:
- Көндәлек статистиканан сығып, беҙ ағымдағы йылдың ноябрь айынан алып ауырыусылар һанының кәмеүен күҙәтәбеҙ. Ашығыс кәрәк булған осраҡта, район үҙәк дауаханаһы 3-6 сәғәт эсендә, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында провизор госпиталде ҡабаттан йәйелдерә ала. Тик алкоголь интоксикацияһы менән килеүселәр һаны көн һайын күҙәтелә, шуныһы үкенесле, - тине.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ә. Вәлиева белем биреү учреждениеларының коронавирус ауырыуы таралыу шарттарындағы эшмәкәрлеге һәм яңы йыл байрамдарын үткәреү тураһында һөйләне. Район мәктәптәрендә байрам сараларын, ата-әсәләр ҡатнашлығынан тыш, бөтә санитар нормалар һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, 28-енән 30-ына тиклемге арауыҡта үткәреү ҡаралған.

Бөгөнгө көндә уҡытыусылар араһында сирләү осраҡтары теркәлмәгән. 21 декабрҙә күп балалар мәктәпкә бармаған, шуларҙың 12-һе сирләү арҡаһында булһа, ҡалғандары, күпселек осраҡта башланғыс класс уҡыусылары, һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе сәбәпле дәрес ҡалдырған. «Был эпидемиологик хәлгә бәйле түгел», - тип аңлатты Әнүзә Фәрит ҡыҙы. Шулай уҡ, бөтә нескәлектәрен дә барлап сығып, кәңәшләшкәндән һуң, штаб ағзалары Иҫке Собханғол урта мәктәбен 1 сменала уҡыуға күсереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе К. Теләүбаева ла район һәм ауыл мәҙәниәт йорттарында шыршы байрамдарын бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп үткәрәсәктәре хаҡында белдерҙе.

- Шулай уҡ байрам көндәрендә, 30 декабрҙән алып 3 ғинуарға тиклем, дискотекалар үткәреү ҡаралған. Киске сәғәт 11-ҙән төнгө сәғәт 2-гә тиклем, бөтә һаҡланыу сараларын үтәп, бейеп, күңелле ял итеп ҡайтырға мөмкин, - тине Клара Мөнир ҡыҙы.

Сауҙа һәм туризм өлкәһендге хәл тураһында мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы А. Шәрипов һәм район хакимиәте башлығының иҡтисад, урман эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары А. Ғәлин сығыш яһаны.

- Яңы йыл алдынан магазиндарҙа һәм баҙарҙа пиротехник әйберҙәр һатыу артты. Халыҡтың, бигерәк тә балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында тикшереүҙәр үткәреү һәм һатыусыларға иҫкәрмә яһау мөһим. Бындай тауарҙарҙы уларҙың дөрөҫ һаҡланыуын тәьмин иткән урында ғына һатырға ярай. Йәғни, баҙарҙа пиротехник әйберҙәр махсус йыһазландырылған урында, быяла ҡоролма аҫтында һаҡланырға, тышҡы яҡта һатылырға һәм уларҙың сертификаты булырға тейеш.
Байрамдар осоронда халыҡ күберәк урамда йөрөй, шуға күрә битлек-бирсәткә режимын һаҡлау мотлаҡ. Тәртип һаҡсылары рейдҡа сығыуын дауам итәсәк, - тип белдерҙе Артур Азамат улы.

Яңы йыл каникулдары ваҡытында йәштәр өсөн ҡаралған саралар хаҡында район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе И. Шәмиғолов бәйән итте. Был осорҙа ауылдарҙа хоккей майҙансыҡтары туҡтап торорға тейеш түгел, тип билдәләне ул.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау йүнәлешендә эште тағы ла көсәйтеү, яңы йыл байрамдары ваҡытында бөтә һаҡланыу сараларын ҡулланыу, битлек-бирсәткә режимын һаҡлау, балаларҙың һәм йәштәрҙең ялын дөрөҫ һәм файҙалы итеп ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Читайте нас: