Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 16:00

95-ен ҡаршылай инәйем

Ғөбәйҙә инәйем... Әсәйемдең бер туған апайы Ҡолдәүләтова (Маликова) Ғөбәйҙә Махиян ҡыҙы. Бер быуат тип әйтерлек элек, 1925 йылдың ап-аҡ ҡарлы һалҡын декабрь айында, Байназар ауылында олатай-өләсәйем Маликов Махиян һәм Йөһөрә ғаиләһендә донъяға ауаз һалған бала. Ғаиләләрендә нисәнсе бала булып тыуғандыр - мин уныһын белмәйем.

Ғөбәйҙә инәйем... Әсәйемдең бер туған апайы Ҡолдәүләтова (Маликова) Ғөбәйҙә Махиян ҡыҙы. Бер быуат тип әйтерлек элек, 1925 йылдың ап-аҡ ҡарлы һалҡын декабрь айында, Байназар ауылында олатай-өләсәйем Маликов Махиян һәм Йөһөрә ғаиләһендә донъяға ауаз һалған бала. Ғаиләләрендә нисәнсе бала булып тыуғандыр - мин уныһын белмәйем.
Сөнки ғаиләлә 13 бала тыуып, күпмелер ваҡытта мәрхүм булып торғандар.
Беҙ иҫ белеп, донъяны таный башлағанда улар 3 ҡыҙ туған ине: иң олоһо ошо Ғөбәйҙә инәй, унан ҡала Хөбәйбә инәй (Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында ғүмер итеп, олоғайған көндәрендә Оморҙаҡ апам менән Сибайҙа балалары алып биргән фатирҙа йәшәнеләр, инәй 82 йәшендә мәрхүмә булды), иң кинйәләре минең әсәйем Хөмәйрә, тыуыу тураһында документы буйынса Кинйәбикә.

Ошо урында бер ҡыҙыҡ хәл дә иҫкә төшә: элек күптәр загсҡа тормайынса, никах менән йәшәгән бит. Балалары ҙурайышып барғанда ғына, хөкүмәт загсҡа ингән өсөн күпмелер аҡса түләй башлағас, күптәр никахтарын рәсмиләштерҙеләр. «Үҙемдең исемем Кинйәбикә икәнен шул саҡта ғына белдем», - тип көлөп иҫкә ала әсәйем.

Мин белгәндә Ғөбәйҙә инәй өләсәйем менән Ҡурғашлыла йәшәйҙәр ине. Ике яҡлы хөкүмәт өйөнөң бер фатирында көн иттеләр. Стеналары ағартылған, үҙенсә залы, бер йоҡо бүлмәһе, таҡта менән бүленгән аш бүлмәһе бар ине. Залда ялтыр тимер башлы ике карауат, этажерка, унда шундай тәртип менән һалынған «Огонек», тағы ла урыҫ телендәге әллә ниндәй журналдар. Инәйҙәргә барһаҡ, шул журналдарҙың һүрәттәрен ҡарайбыҙ. Патефондары булды. Йыр яҙылған тәрилкәләрҙе ҡуйып, ҡул менән әйләндереп, йыр тыңлайбыҙ. «Һандуғас, күгәрсен,
күрмәй нисек түҙермен» тигән йырҙың көйө әле булһа ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора.

Йәй көндәре уларҙа бигерәк хилеүәт. Ишек алдарында эре-эре ҡайын ағастары үҫә. Күрәһең, ауыл яйлап, ағастар ҡырҡылып, ҙурайған. Ағастан-ағасҡа кер бауҙары тартылған, йәм-йәшел, күпереп ятҡан күгүлән. Ошо әкиәти донъяның уртаһында - аласыҡ, унда тәмле аш, күпереп бешкән икмәк еҫтәре аңҡый, ылашта - ап-аҡ ҡорот йомарламдары. Гел генә, яйы сыҡҡан һайын, уларға барыу яғын ғына ҡайырып торабыҙ.

Ғөбәйҙә инәй бер ул - Әхмәт ағайымды ғына үҫтерҙе.
1951 йылғы ағай Байназар урта мәктәбен тамамлағас, әрме бурысын үтәп, «Сельхозтехника» берекмәһендә шофер булып бер аҙ эшләгәс, Сибай ҡалаһындағы карьерға барып эшкә урынлашты. Тормош юлдашы, ҡатыны Сәкинә еңгәй - Баймаҡ ҡыҙы. Улдары Ринат үҙҙәре менән йәшәһә, Әхәттәре ғаиләһе менән күп йылдар Ҡытайҙа ғүмер итә.

Һәр кешенең ғүмере бер нисә китап яҙырлыҡ, тиҙәр. Һис бәхәс юҡ, шулайҙыр. Инәйҙәргә барып йөрөгән ваҡыттарым 1965 йылдарҙан һуң булған. Ул саҡта инәйем пилорамала эшләй ине, унан һуң йыйыштырыусы булды.

Ағайымдың атаһы менән ни өсөн йәшәй алмағандар, улары миңә ҡараңғы, бары тик уның Дауыт исемле Ҡаһарман ауылы кешеһе икәне генә мәғлүм.
Был мәлдәргә тиклем инәйҙең башынан бик күп ваҡиғалар үткән: атайһыҙ ҡалыу, кейемһеҙлек, уҡырға мөмкинлек булмай, мәктәпте ташлау, быуындары ла ултырмаған 14 йәшендә генә һарыҡ көтөүгә ялланыу, үлгән бәрәстәр өсөн төрмәгә эләгеү, заманы өсөн үткер телле, уҫал холоҡло тәүәккәл өләсәйемдең уны юллап сығарып алыуы, бәхет эҙләп, Бетерәлә бер нисә йыл йәшәп ҡайтыуҙары...
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенән уҡығыҙ.
Читайте нас: