Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 14:00

Путин 31 декабрҙе ял көнө итеү тураһында идеяға нимә тигән?

Был турала В. Путин бына нимә тине...

Был турала В. Путин бына нимә тине...
Рәсәй президенты Владимир Путин тотош илдә 31 декабрҙе ял көнө итеү идеяһын хупланы.
«Утыҙ берендә [декабрҙә], ысынлап та, бик үҙенсәлекле эш ойошторола, шуға күрә быны хупларға кәрәктер, моғайын, федераль кимәлдә ярамай, ләкин төбәктәргә рөхсәт ителә», — тип яуап бирҙе дәүләт башлығы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Сергей Неверовтың тәҡдименә.

Бынан алда депутат Сергей Неверов Рәсәй президентына декабрҙең һуңғы көнөндә ил кимәлендә ял итергә тәҡдим иткәйне. «Күп кенә төбәктәрҙә 31 декабрҙә ял була. «Берҙәм Рәсәй» тотош илдә уны ял көнө итеү яҡлы. Был ғаилә байрамы, йылдың һуңғы көнө», — тип билдәләне фракция етәксеһе.
Читайте нас: