Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы республиканың сәйәси-хоҡуҡи системаһының мөһим символы һәм нигеҙе булып тора.
Тап ошо Төп Законға таянып республикала заманса дәүләт власы органдары формалаша, урындағы үҙидаралыҡ камиллаша, ҡануниәттең үҫешкән системаһы булдырыла, төрлө милли проекттар, маҡсатлы программалар тормошҡа аша, рухи-мәҙәни өлкәлә ҙур ҡаҙаныштар яулана. Бөгөн республикабыҙ Рәсәй Федерацияһында тотороҡло һәм иҡтисади яҡтан киләсәкле төбәктәрҙең береһе булараҡ лайыҡлы урын биләй.
Байрам уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!