Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 19:20

Бөрйән егете Алмаз Ҡарағолов «Мистер Студент 2020» исемен яуланы

Һарытауҙа «Рәсәйҙең Мисс һәм Мистер Студенты— 2020» Бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсы тамамланды.

Һарытауҙа «Рәсәйҙең Мисс һәм Мистер Студенты— 2020» Бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсы тамамланды.
Конкурсҡа Рәсәйҙең 42 төбәгенән 74 ғариза килде. Унда илдең бөтә юғары уҡыу йорттары ҡатнашты. Улар үҙҙәре менән таныштырҙы, ижади номерҙар күрһәтте.
Башҡортостан Республикаһы исеменән конкурста Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Алмаз Ҡарағолов сығыш яһаны. Ул илдең иң яҡшы туғыҙ студенты иҫәбенә инде һәм «Волга буйы федераль округының мистер студенты 2020» исемен яуланы. Шулай уҡ уға «Мистер Дуҫлыҡ» номинацияһы тапшырылды.

Алмаз Ҡарағоловҡа 22 йәш, буйы – 187 сантиметр, сығышы менән Бөрйән районынан. Энергетика факультетының беренсе курсында «агроинженерия» белгеслеегнә уҡып йөрөй. Спорт менән мауыға, КВН командаһы лидеры.

2020 йылда конкурсты ойоштороусылар – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй Йәштәр союзы һәм Һарытау дәүләт юридик академияһы.
Читайте нас в