Балалы ғаиләләрҙе яңы йылда матур яңылыҡтар көтә.
2021 йылдан республикала 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр тәртибе үҙгәрә. 1 ғинуарҙан ошо категорияға ҡараған ғаиләләр арттырылған күләмдә пособие алырға хоҡуҡлы.
Арттырылған күләмдәге пособие «коронавирус түләүҙәренән» һуң да ярлылыҡ сигендә йәшәгән йәғни йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған балалы ғаиләләргә бирелә.
Ленара Иванова Business FM радиостанцияһы эфирында әйткәнсә, әгәр хәҙер аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәшәү минимумының яртыһын түләһәләр (биш мең һум самаһы), киләһе йылдан иһә бындай ғаиләләр йәшәү минимумына ярашлы (10 мең һумға яҡын) ала башлай.