Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2020, 10:00

“Таң” гәзитенә йыл да яҙылабыҙ”

Һуңғы ваҡытта пандемия мәсьәләләренә бәйле брифинг тураһындағы мәҡәләләрҙе көтөп алам.

Һуңғы ваҡытта пандемия мәсьәләләренә бәйле брифинг тураһындағы мәҡәләләрҙе көтөп алам.
Филизә Әхмәтова:
-“Таң” гәзитенә йыл да яҙылабыҙ. Ҡалайтып район гәзитеһеҙ йәшәмәк кәрәк?! Гәзитте, күптәр кеүек, иң артҡы битенән уҡый башлайым. Кемдәрҙең тыуған көнө, юбилейы икәнен ҡарап сығам. Эшемә бәйле мәҡәләләрҙе – һалым органы исеменән баҫылған мәғлүмәттәрҙе даими ҡарап барам.

Миңә айырыуса хикәйәләр оҡшай. Бигерәк тә М. Ҡаһарманованың хикәйәләрен яратып уҡыйым. Һуңғы ваҡытта пандемия мәсьәләләренә бәйле брифинг тураһындағы мәҡәләләрҙе көтөп алам. Сөнки райондағы эпидемиологик хәлде белеп тороу мөһим. Ғөмүмән, райондағы яңылыҡтарҙы шул гәзиттән уҡып беләбеҙ инде. Төрлө серле күренештәр, хәлдәр тураһында ла мәҡәләләр булһа, ҡыҙығыраҡ булыр ине, минеңсә.
Читайте нас: