Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2020, 11:00

Батырҙар эҙһеҙ юғалмай!

Һуғыш... Ошо һүҙҙе ишетеү менән йөрәк әрнеп, тәндәр семерҙәп китә. Күпме кешенең ғүмере өҙөлгән был һуғышта, күпме бала етем ҡалған, күпме кеше хәбәрһеҙ юғалған.Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулһа ла, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүҙәр һаман да алып барыла. Минең дә яҙмам да ошо хаҡта.

Һуғыш... Ошо һүҙҙе ишетеү менән йөрәк әрнеп, тәндәр семерҙәп китә. Күпме кешенең ғүмере өҙөлгән был һуғышта, күпме бала етем ҡалған, күпме кеше хәбәрһеҙ юғалған.
Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулһа ла, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүҙәр һаман да алып барыла. Минең дә яҙмам да ошо хаҡта.
Ҡайным Мөҙәрис Яманғоловтың атаһы Фауарис Яманғолов һуғыш башланғас та, 3 бәләкәй балаһын ҡалдырып, һуғышҡа китә. 1943 йылда яраланып, Мәскәү госпиталендә дауалана. Һаулығының торошо буйынса ҡайтырға ҡушалар, әммә ул: “Юҡ, ҡайтмайым, һуғыш бөтһөн, еңеп ҡайтыр кәрәк!” - тип кире һуғышҡа инә.
1944 йылда “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәре килә... Ҡайнымдың һөйләүенсә, унан башҡа хат-хәбәр булмаған.

Минең улым Руслан ҡарт олатаһын табырға тип күп уйланды, эҙләнде. Бер мәл Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сайттарҙың береһендә ҡарт олатаһының ҡайҙа ерләнгәне хаҡындағы мәғлүмәткә юлыға ул. Был мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшереп, белешеп, ысынлап та, тап ҡарт олатаһы икәнлеген асыҡлап, бик ныҡ шатланды.

Тиҙҙән ҡәберенә барып доға ҡылыу уйы менән яна башланы. Күп уйлап торманы, ҡустыбыҙ Фитрат Аҫылғужин (әүлиә Уйылдан мулла олатайыбыҙҙың ейәне) менән кәңәшләшеп, ҡарт олатаһының тыуған яғынан – Тимер ауылынан тупраҡ, таш алып, оло малайы, ейәнебеҙ Радмир менән оло юлға - Мәскәү аша Псков өлкәһенең Овсянников тигән ауылын эҙләп сығып та киттеләр. Машинала юлландылар сәфәргә. Юлда осраған туғанлыҡ ҡәберлектәренә сәскәләр һала-һала Ржев ҡалаһына етәләр. Унда ла һалдат мемориалына туҡтап, сәскәләр һалалар. Атаһы улының бөтмәҫ һорауҙарына яуап бирә, яу ҡорбандары, ҡаһармандары хаҡында һөйләй.

Тиҙ генә табып, адрес буйынса барһалар ҙа, тыуған яҡтан алып барған тупраҡты, ташты һала алмайҙар улар, сөнки ул ауыл һуғыштан һуң күтәрелмәгән – ауыл емерек, юлдар юҡ...

Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй, эҙләп йөрөп, кискә ҡарай 50 саҡырым алыҫлыҡтағы Руново тигән ауылға барып сығалар. Осраҡлы бер кешенән туғанлыҡ ҡәберҙәре тураһында һорашалар. “Бында улар бигерәк күп бит, таба алырһығыҙмы икән?” – тип уларҙың ҡайҙа урынлашҡандарын күрһәтә ул кеше. Руслан улым малайына: “Әйҙә, инеп сығайыҡ әле”, - тип инһәләр, иҫең китер, күптән табырға хыялланған, бик күп теҙмә араһында тап оло ҡайнымдың исем-шәрифе яҙылған таҡта янына барып төртөләләр. Уның тап шул урынға барып сығыуы Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтелер, тип ҡабул иттем. Улым ҡарт олатаһының рухына бағышлап доғалар уҡый, ейәнем менән икәүләп ҡәберлегенә тыуған тупрағын, ташын, сәскәләрен һалалар.

- Туғандар ҡәберлегенең матур итеп эшләнгәненә, тәрбиәле булыуына ҡыуанып сыҡтыҡ, - ти улым.
Шуныһы ҡыҙғаныс: ҡайным Мөҙәрис Яманғоловҡа был ҡыуаныслы хәлде – атаһының эҙһеҙ юғалмауы хаҡындағы хаҡиҡәтте ишетергә, күрергә яҙманы. Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын инде ҡайнымдың, бик эшсән, һәйбәт кеше ине.

Тарихтан белеүебеҙсә, Бөйөк Ватан һуғышында иң ҡаты, ҡан ҡойошло яуҙарҙың береһе Ржевта булған. Күпме ата-бабайҙарыбыҙ унда баш һалған.
Тимәк, Фауарис Яманғолов хәбәрһеҙ юғалмаған, ә батырҙарса һәләк булған. Тыуған илде һаҡлайым, тип йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман олаталары менән ғорурланырға тулы хоҡуҡтары бар уның балаларының.

Руслан улымдың ҡарт олатаһын табып, үҙенең малайына һуғыш ваҡиғаларын һөйләп, туғанлыҡ ҡәберлектәрен күрһәтеп йөрөтөп алып ҡайтыуына бик шатланам, сикһеҙ ғорурланам. Ейәнебеҙ Радмирҙың күңелендә был ваҡиға мәңге һаҡланыр. Уға әле 10 ғына йәш. Беренсе тапҡыр ошо һуғыш юлдарын күргән ейәнем күпме кеше ҡырылғанына, һәләк булғанына бик аптырап, үҙенсә уйланып йөрөгән.

-Ул бит минең ҡарт олатайым. Мин икенселәй булдыра алманым. Уны эҙләп табырға тейешмен һымаҡ тойҙом. Бәләкәй генә өс балаһын ҡалдырып, тыуған илен һаҡларға тип йән атҡан бит олатайым. Ҡайтырға мөмкинлеге булһа ла, ул барыбер кире фронтҡа юлланған, тыуған ил алдында үҙен бурыслы тип һанаған. Бындай тарихтар бик күп, әлбиттә. Беҙҙең ата-олатайҙарыбыҙ көслө рухлы булған. Беҙ шуны иҫебеҙҙән сығармаҫҡа, уларға лайыҡлы булырға тейешбеҙ. Үҙ тамырҙарыңды белеү мөһим. Был хәлде ата-олатайҙарҙың саҡырыуы һымаҡ ҡабул иттем. Сөнки мин олатайымдың ҡайҙа ерләнгәнен белгәс тә, тыныслығымды юғалттым, тиҙерәк барып күрергә теләнем. Ҡарт олатайымды эҙләп табырға тигән уйҙан, эҙләнеүҙәрҙән, уны юллап алыҫ сәфәргә сығыуымдан башлап, нисектер үҙенсәлекле килеп сыҡты был хәл. Ә, иң мөһиме, бөтәһе лә уңышлы килеп сыҡты, юлдар һәр саҡ асыҡ булды. Мин тойғоларыма ирек бирә торған кеше түгел, әммә ҡәберлек янында күҙ йәштәремде тыя алманым, - тип уй-фекере менән бүлеште Руслан.

Һуғышта “хәбәрһеҙ юғалған”дар юғалмаһындар, табылып торһондар.
Бөтә донъяны ҡанлы фашизмдан ҡотҡарған яугирҙәребеҙҙең батырлыҡтары кешеләр күңелендә мәңге һаҡланһын. Һуғыш яралары юйылһын, донъялар имен булһын, бер кем дә, бер ҡасан да онотолмаһын ине.

Оло ҡайнымдың туғандары ла ошо яҙманы уҡығандан һуң уның һуңғы төйәген барып күрерҙәр, доға ҡылырҙар тигән өмөттә ҡалам.
Әлеге ваҡытта улым менән минең атайым Юлсурин Йомағужаның бер туған ағаһын - хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә торған Юлсурин Шәмсетдин Кираметдин улын эҙләйбеҙ. Ҡаһарман туғаныбыҙҙы табырға Аллаһы Тәғәлә насип итһен ине.
Читайте нас: