Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 16:00

Һүрәттәрҙә - тормош мәғәнәһе

Күргәҙмәлә рәссамдың әхлаҡ-тәрбиә, тормош мәғәнәһе, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, тыуған ил, Башҡортостан тәбиғәте темаларын сағылдырған 30 картинаһы ҡуйылған.

Күргәҙмәлә рәссамдың әхлаҡ-тәрбиә, тормош мәғәнәһе, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, тыуған ил, Башҡортостан тәбиғәте темаларын сағылдырған 30 картинаһы ҡуйылған.
Район мәҙәниәт йорто фойеһында РФ Рәссамдар союзы ағзаһы, БР атҡаҙанған рәссамы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Йәлил Сөләймәновтың шәхси күргәҙмәһе эшләй башланы. Күргәҙмәне асыу тантанаһында район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева, Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе директоры, рәссам Рәмил Иманғолов ҡатнашты.

Йәлил Сөләймәновтың Бөрйәндә тәүге тапҡыр ҡуйылған күргәҙмәһе райондың 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы үткәреләсәк саралар теҙмәһенә инә.
Күргәҙмәлә рәссамдың әхлаҡ-тәрбиә, тормош мәғәнәһе, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, тыуған ил, Башҡортостан тәбиғәте темаларын сағылдырған 30 картинаһы ҡуйылған.

Сарала ҡатнашыусылар уның юғары мәғәнәгә эйә, философик уйҙар менән һуғарылған картиналарын ихлас ҡаранылар.

Йәлил Сөләймәновтың эштәре Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Магнитогорск, Яр Саллы ҡала галереялары коллекцияларында, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙәге (Англия, Германия, АҠШ, Югославия) шәхси йыйылмаларҙа ла һаҡлана.

Күргәҙмә аҙна аҙағына тиклем генә эшләйәсәк. Шуға күрә, хөрмәтле райондаштар, картиналар күргәҙмәһен күреп ҡалырға ашығығыҙ.
Читайте нас: