Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 19:25

Матурлыҡты һаҡлайыҡ!

Иҫке Собханғолда район мәҙәниәт һарайы биләмәһендә, байрам кәйефе тыуҙырып, боҙ ҡаласығы хасил булды.

Иҫке Собханғолда район мәҙәниәт һарайы биләмәһендә, байрам кәйефе тыуҙырып, боҙ ҡаласығы хасил булды.
Унда байрамдың төп геройҙары – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан тыш, район үҙәгендәге ойошмалар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре тарафынан ярышып эшләнгән башҡа төрлө һындар ҙа урын алған. Еңеүселәр 30 декабрҙә район мәҙәниәт һарайы алдында үтәсәк шыршы байрамында бүләкләнәсәк. Ә әлегә боҙ ҡаласығы балаларҙың һәм ололарҙың күңелле ял итеү урыны булып хеҙмәт итә.

Хөрмәтле ауылдаштар, ҡунаҡтар! Был мөғжизәле майҙан тик һеҙҙең өсөн һәм һеҙҙең балалар өсөн эшләнде. Ошо матурлыҡты бергәләп һаҡлайыҡ, һындарҙы боҙоуға юл ҡуймайыҡ, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмайыҡ. Байрамдар күңелле һәм тыныс үтһен!
Читайте нас: