Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 19:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 59 протокол төҙөлгән.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 59 протокол төҙөлгән.
Демография
Үткән аҙнала районда 3 сабый тыуған. Никахҡа инеүселәр булмаған. Бер ғаилә никахын тарҡатҡан. 2 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.

02 хәбәр итә
Декабрҙең 11-енән 18-енә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 38 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә урлашыу (1), эскән килеш ҡабатлап автомобиль менән идара итеү (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (5), ағасты тейешле документтарһыҙ ташыу (1), документ юғалтыу (1), битлек режимын боҙоу (7), ғаилә низағы (1) һәм башҡалар бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 59 протокол төҙөлгән. Шуларҙың 40-ы ЮХХДИ йүнәлешендә. 3 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: