Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 17:00

Хеҙмәттәре халыҡ өсөн

Электр – тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө.

Электр – тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө.
Район электр селтәрҙәре ойошмаһында ағымдағы йылдың ғинуарынан ҡулланыусыларға электр уты биреү буйынса яңы булдырылған мастер участогы эш башлаған. Шул арҡала технологик тоташтырыуҙың ваҡытын байтаҡҡа ҡыҫҡартыуға өлгәшкәндәр. Йыл аҙағына тиклем 114 ғариза биреүсенең йорттарын электр утына тоташтырыу өсөн райондың барлыҡ ауылдарында яңы объекттар сафҡа инәсәк. Был, әлбиттә, предприятиела эшләүселәрҙең намыҫлы хеҙмәт емеше.

Ҡурамшин Салауат Сынбулат улы (һүрәттә) бында электромонтер булып 26 йыл эшләй. Уның хеҙмәте рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары менән баһаланған. Байрамдары уңайынан ошо көндәрҙә ул “Башкирэнерго” ЯАЙ-ыһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.

Район халҡын сифатлы электр уты менән тәьмин итеү маҡсатында көндө төнгә ялғап эшләүсе коллективҡа артабан да эштәрендә уңыштар насип булһын!
Читайте нас: