Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 14:35

Хөрмәтле энергетика тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Энергетиктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Энергетиктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Һеҙҙең тармаҡ район иҡтисады өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки йорттарҙағы именлек, предприятие һәм ойошмаларҙың һөҙөмтәле эшләүе энергетика хеҙмәткәрҙәренең тотороҡло эшмәкәрлеге менән бәйле. Район ҡулланыусыларын электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү – төп бурыстарығыҙҙың береһе. Киләсәктә был эште лайыҡлы үтәрһегеҙ тип ышанам. Форсаттан файҙаланып, тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән һәм тәжрибәһен йәш коллегаларына тапшырған ветерандарға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы барығыҙға ла яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ һәм изгелектәр теләйем!
Читайте нас: