Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 16:00

Бүлешкәндән шатлыҡ арта

18 декабрҙә район хакимиәтенең акттар залында социаль файҙаланыу килешеүе буйынса торлаҡ алыу өсөн 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң сиратҡа баҫҡан инвалидтарға һәм ауыр хроник сирҙәр менән ауырыусыларға тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары тапшырылды.

18 декабрҙә район хакимиәтенең акттар залында социаль файҙаланыу килешеүе буйынса торлаҡ алыу өсөн 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң сиратҡа баҫҡан инвалидтарға һәм ауыр хроник сирҙәр менән ауырыусыларға тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары тапшырылды.
Быйыл бындай ярҙамды 4 кеше алды.
Район хакимиәте тарафынан инвалидтарға Иҫке Мөсәттә, Яңы Собханғолда һәм Баҙал биҫтәһендә өйҙәр һатып алынған.
Район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы М. Ғүмәров хөкүмәт тарафынан торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса төрлө программаларҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне.

-Аллаһы Тәғәлә был тормошта һеҙгә һынау ебәргән, шул һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә яҙһын. Кешеләрҙең өс төрө була: кемдер - үткәне, кемдер бөгөнгөһө, кемдер киләсәге менән йәшәй. Ә кем ысын бәхетле? Әлеге мәлдәге һаулығы-сәләмәтлеге, хәле өсөн шөкөр итеп йәшәгән кеше. Һеҙгә лә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, шөкөр итеп йәшәүегеҙҙе теләйем. Хөкүмәт өйҙәрҙе һатып алғанда уларҙың шәхси биләмәһе, замана шарттарына тап килеүенә иғтибар итте.

Киләсәктә өйҙәрегеҙҙә ырыҫ-бәхет булһын, уның мәнфәғәтен күреп һаулыҡта, бәрәкәттә йәшәргә яҙһын, - тип изге теләктәрен белдерҙе ул.
Өйҙәр, барыһы ла риза булып, йәрәбә буйынса тапшырылды.

Айрат Хәкимов, Әминә Дауытова, Рәфис Йәнсурин, Гөлшат Ғәбиҙуллина физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн һатып алынған яңы фатирҙарға эйә булды.
Фатир туйлаусыларға ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советы рәйесе Р. Салауатова ла үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткереп:
- Шатлыҡты уртаҡлашһаң, арта, ҡайғыны уртаҡлашһаң, ҡайғы кәмей, тиҙәр. Шатлыҡтарығыҙ оҙаҡҡа етһен, һаулыҡтарығыҙ ныҡ булһын, ҡабул итеп алған өйҙәрегеҙҙә иҫән-һау, имен булып, матур итеп йәшәргә яҙһын, – тине.

Яңы фатир алыусы Гөлшат Ғәбиҙуллина:
-Был ҡыуаныслы хәлде бик оҙаҡ көттөк. Хәбәрҙе алғас, беҙҙең өсөн был мөғжизә кеүек тойолдо. Хөкүмәткә беҙҙе ҡайғыртҡандары, хәстәрлек күргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - тип алғышланды.

Рәфис хәҙрәт Йәнсурин да рәхмәтен белдереп, сүрә уҡып ишеттерҙе.
- Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәргә ынтылайыҡ. Иң мөһиме, ауыр миңә, тип бирешеп ятмаҫҡа. Өмөт йәшәргә тейеш, - тип рух күтәренкелеге теләне ул.
Читайте нас: