«52 йыл “Таң”дан айырылғаным юҡ»
Һуңғы осорҙа йыш ҡына матбуғатта киләһе ярты йыллыҡҡа район гәзите “Таң”ға яҙылыу барыуы хаҡында иҫкәртеп торалар. Подписка ваҡыты етһә, бынан 50 йыл элек булған ваҡиғалар иҫкә төшә.
...Гәзиткә яҙылыу өсөн атайым Марс ағайым менән икебеҙгә аҡса һалып ҡуйыр ине. Беҙгә мәктәптән гәзит-журналдарға яҙылыу башланыуы тураһында әйтеп ҡайтаралар. Шунан беҙ беребеҙ 1 һум 20 тин, икенсебеҙ 1 һум 8 тин аҡса алып китәбеҙ мәктәпкә. Сөнки башҡорт телендә ике балалар баҫмаһы сыға – “Пионер” журналы (1 һәм 20 тин), “Башҡор-тостан пионеры” гәзите (1 һум 8 тин). Бала саҡ бит инде, гәзит-журнал өсөн өйҙә әҙерәк тауыш та сығарып ала инек. “Пионер” журналына быйыл мин яҙылам, тип мин еңмешләнһәм, ағайым, эйе, йыл һайын журналға һиңә аҡса бирәләр былай ҙа, тип үҙенең ағайлығын, олораҡ булыуын иҫкәртә. Икегеҙ ҙә бер өйҙә йәшәйһегеҙ, гәзит тә, журнал да бер өйгә килә бит, тип әсәй ахыр сиктә бәхәскә нөктә ҡуя.
Беҙҙең ғаилә 1969 йылдың апреленә тиклем Иҫке Монасипта йәшәне. Атайым унда ауыл советында эшләне. “Бөрйән” совхозы ойошторолғас, уны Байғаҙы ауылына - “Үрнәк” бүлексәһенә бухгалтер итеп күсерҙеләр.
Мин 9 йәштән “Таң” гәзитен уҡый башланым. 1970 йыл тирәһе, “Ҡыҙыл таң” колхозының гөрләп эшләп торған саҡтары. Байғаҙыға күскәс, Монасиптағы класташтарҙы шул тиклем һағына инек, гәзиттә шул ауылға ҡағылышлы берәй мәҡәлә сыҡһа, шатланып бер булабыҙ.
Бына шулай, тормошта ғүмерем буйы “Таң” менән бергә атланым. Хәҙер миңә 61 йәш тула. Мин районыбыҙҙың “Таң” гәзитенән, тимәк, 52 йыл буйы айырылғаным юҡ. Айырылырға ла яҙмаһын!
Байтаҡ йылдар үҙем дә хәбәрҙәр яҙыштым.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә – райондағы һәр ғаилә үҙебеҙҙең район гәзитенә яҙылырға тейеш, тип уйлайым. Ошо районда йәшәгәс, уның тормошон, йәшәйешен һүрәтләп, уның менән йәнәш атлаған, уның айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән “Таң”һыҙ ғүмер итеүҙе күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Аҡыллыға – ишара, аҡылһыҙға юҡтыр сара, тиҙәр бит. Үҙебеҙҙең район гәзитен алдырайыҡ, райондаштар!