Бала сағынан йыр-моң һөйгән Сажидәне хыялдары Өфө сәнғәт училищеһына алып китә. Вокал бүлеген уңышлы тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт юлын Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе булып башлай.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә ситтән тороп белем ала, шул уҡ ваҡытта күңеле тартҡан һөнәре менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба - «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайында “Сулпан” башҡорт эстрада-вокал коллективын етәкләй. Коллектив составында ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ансамблдәре, шулай уҡ яңғыҙ башҡарыусылар туплана.
Бер үк ваҡытта Благовещен педагогия колледжында яңы асылған башҡорт вокал ансамбле етәксеһе лә була. Эшенә ғашиҡ Сажидә Әхтәм ҡыҙы унда аҙнаһына ике тапҡыр Өфөнән йөрөп эшләй.
Ул етәкләгән коллективтар Рәсәй, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, концерттарҙа, сараларҙа уңышлы сығыш яһай. 2005 йылда “Сулпан” коллективының халыҡ исеме алыуы уның етәксеһенә бирелгән оло баһа.
Әйткәндәй, билдәле йырсы Радик Юлъяҡшин да Сажидә Әхтәм ҡыҙының уҡыусыһы була. Ул уны 4-се кластан 8-се класҡа тиклем уҡыта, концерттарҙа сығыш яһата. Ижадына башланғыс һалыусы, сәнғәт юлына сығарыусыһы менән Р. Юлъяҡшин әле лә бәйләнештә.
Әммә яңынан-яңы үрҙәргә өлгәшкән Сажидәгә, ҙур мөмкинлектәр биргән Өфө ҡалаһын ҡалдырып, яҙмыш бойороуы буйынса, кире тыуған яҡтарына ҡайтырға тура килә. Ҡулындағы ике йәшлек һәм бер айлыҡ ҡына сабыйҙары менән ул яңы тормош башлай.
Декрет ялында ла яратҡан шөғөлөн ташламай - Исламбай ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Серҙәштәр” вокал ансамблендә йырлай башлай. Тиҙҙән уны етәксе итеп һайлайҙар.
“Серҙәштәр” ансамбле районда үткәрелгән конкурстарҙа бер нисә йыл рәттән беренсе урындарҙан ҡалмай. “Йылдарҙан йырҙар ҡала”, “Бөрйәнем ынйылары”, “Йырлаусы ауыл”, “Моңдар ҡайтһын ауылға” конкурстарында юғары кимәлдә сығыш яһайҙар.
Сажидә Хәсәнова атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ғ. Сәфәрғәлин иҫтәлегенә арналған “Оҙон көй” район конкурсында ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ була.
- Бәләкәйҙән йырларға яраттым. Беҙ моңло ғаиләлә тыуып-үҫтек, тиһәм дә булалыр. Боронғо оҙон көйлө халыҡ йырҙарына үрелгәнем юҡ, әммә ҡайһы бер халыҡ, эстрада йырҙарын ҙур теләк менән башҡарам. Йырлау - минең өсөн күңел ялы. Өфөнән ҡайтҡас, йырҙарға минустар яҙҙырып, ҡатын-ҡыҙҙар менән үҙебеҙ өсөн генә йырлай башлағайныҡ, ансамблгә әйләнеп киттек. Хәҙер 2 тауышҡа йырлайбыҙ. Һуңғы ваҡытта дингә тартылдым, намаҙға баҫтым, хыялым - ғәрәп телен өйрәнеү, дини китаптар, Ҡөрьән китабын уҡыу, - ти Сажидә апай.
Ул мәктәптә инглиз теленән уҡыта. Талапсан, эшенә ижади яҡтан ҡараған уҡытыусының уҡыусылары район, республика кимәлендәге конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнаша. 2017 йылда уға директор урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелә.
Сажидә апайҙың Исламбайға ҡайтҡас һатып алған өйҙәре янып юҡҡа сыға. Ғаиләлә 5 ҡыҙ араһындағы төпсөк ҡыҙ булараҡ, апайҙары, еҙнәйҙәре уға ҙур таяныс, терәк булалар. Ауылдаштары, туғандары ярҙамы менән алты ай тигәндә өйлө булыу бәхетенә ирешә ул.