Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 14:00

Яныбыҙҙағы батырҙар

Чечен республикаһында хәрби ҡораллы көстәр бәрелешендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнөндә, район үҙәгендә ҙур сара үтте.

Чечен республикаһында хәрби ҡораллы көстәр бәрелешендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнөндә, район үҙәгендә ҙур сара үтте.
Тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов алды.
- Бөгөн район кимәлендә тәүге тапҡыр был мөһим датаны билдәләргә йыйылғанбыҙ. Киләсәктә лә ошо матур традиция дауам итер тип ышанам. Чечен республикаһындағы бәрелештәрҙә беҙҙең район егеттәре лә изге бурыстарын үтәп, лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайттылар. Районда хәрби хәрәкәттәр ветерандары төркөмө булдырылған. Унда 115 кеше иҫәпләнә. Ойошма тарафынан районда әүҙем эш алып барыла.

Егеттәрҙе бер урынға туплап, эштәрҙе ойоштороп йөрөүсе Олег Ғәлиевҡа рәхмәт еткерәм, - тине.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты А. Бейембәтов:
-Тарихта булған был ваҡиғаларҙы беҙ ҡыйын булһа ла иҫкә алырға, киләсәк быуынға оноттормаҫҡа тейешбеҙ. Районда ошондай егеттәр булғанына сикһеҙ ғорурланам, - тине.
Хәрби хеҙмәт ветерандарыойошмаһы рәйесе Рөстәм Ишбаев Чечен кампанияһы тураһында һөйләп үтте һәм: “Һуғышты оноторға ярамай, Хоҙай беҙҙе бәләләрҙән һаҡлаһын”, - тип барыһына тыныслыҡ, именлек теләне.

Отставкалағы хәрби Азамат Ырыҫҡолов:
- Чечен һуғышының рәхимһеҙ еле беҙҙең районға ла ҡағылмай үтмәне. Ул ваҡыттарҙа ата-әсәләр алдында шул хәтлем ауыр булды. Улар алдында баш эйәм, сабырлыҡтары өсөн рәхмәтемде белдерәм, - тине үҙ сығышында.

Һәр замандың үҙ геройҙары була. Беҙҙең райондан Чечен һуғышында 170 кеше ҡатнашҡан. Улар тыуған ил алдындағы бурыстарын тоғро үтәгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 3 райондашыбыҙ һәләк булып, цинк табуттарҙа ҡайтҡан. Йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән егеттәр рухына имам-мөхтәсиб Хәсән хәҙрәт һәм имам-хатиб Юлай хәҙрәт доға ҡылдылар.
“Утлы нөктә”ләрҙә баш һалыусылар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенән уҡығыҙ.
Читайте нас: