Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 13:00

Яңы Монасип ауылында мәсет асылды

Яңы Монасип ауылында мәсет асылды. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ ауыл тарихындағы ҙур ваҡиға шаһиты булырға ашыҡты.

Яңы Монасип ауылында мәсет асылды. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ ауыл тарихындағы ҙур ваҡиға шаһиты булырға ашыҡты.
Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Марсель Ғүмәров, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, Бөрйән районы буйынса имам-мөхтәсиб Хәсән хәҙрәт Зарипов, Яңы Монасип ауылынан Вәхит хәҙрәт Ҡыуандыҡов һәм башҡа ҡунаҡтар Яңы Монасип ауылы халҡының шатлығын уртаҡлашты.

Байрамға мәсетте төҙөкләндереүҙә һәм биҙәү эштәрендә иғәнә менән ярҙам күрһәткәндәр ҙә саҡырылғайны.

-Беҙҙең район биләмәһендә эшләп килгән 27 мәсеткә тағы бер изге йорт өҫтәлде - халыҡтың тырышлығы менән бөгөн Яңы Монасип ауылында “Ильяс” мәсете үҙ ишектәрен асты. Киләсәктә иман йорто буш тормаһын, йома намаҙҙары һәм байрамдар үткәрелеп, аҙан тауыштары яңғырап торһон. Форсаттан файҙаланып, мәсетте төҙөүгә үҙ өлөшөн индергәндәргә оло рәхмәтемде еткерәм. Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм рух ныҡлығы теләйем! – тине район башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы.

Ҡунаҡтар һәм ауыл кешеләре ауыл йылъяҙмаһында яңы бит өҫтәлеүе айҡанлы ҡыуаныстарын белдерҙе, изге теләктәр бағланы. Мәсеттә намаҙ уҡылды, халыҡ ҡорбан ашынан ауыҙ итте.

Яңы Монасип халҡының шатлығы дауамлы булһын, ауылда иман тантана итһен.
Читайте нас: