Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 15:00

Уттан һаҡ булығыҙ!

Янғындар һанының артыуы һауа торошона бәйле – көндәр ныҡ һыуыҡ торғас, йылытыу ҡоролмаларына һәм ҡорамалдарына көс төшә.

Янғындар һанының артыуы һауа торошона бәйле – көндәр ныҡ һыуыҡ торғас, йылытыу ҡоролмаларына һәм ҡорамалдарына көс төшә.
Республикала һуңғы ике аҙнала 250 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Уларҙа 27 кеше һәләк булған. Һуңғы көндәрҙә генә Әбйәлил, Баймаҡ, Бишбүләк һәм Ғафури райондарында трагедияға килтергән янғындар булған. Шуныһы айырыуса ҡыҙғаныс - был янғындарҙа 3 бала һәләк булған.

15 декабрҙә күрше Әбйәлил районының Ишбулды ауылында булған янғын айырыуса ҙур фажиғәләргә килтерҙе – 11 кеше ут ҡорбаны булды.
Янғындар һанының артыуы һауа торошона бәйле – көндәр ныҡ һыуыҡ торғас, йылытыу ҡоролмаларына һәм ҡорамалдарына көс төшә.

Бөрйән районы граждандарын янғын хәүефһеҙлегенең элементар ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ:
-биналарҙа тәмәке тартмағыҙ;
-балаларҙы һәм оло йәштәге кешеләрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
-шырпыларҙы, зажигалкаларҙы һәм башҡа хәүеф сығанағы булған әйберҙәрҙе балаларҙың ҡулы етмәҫлек ерҙә һаҡлағыҙ;
-өйҙәрегеҙҙән сығып киткән саҡта электр приборҙарын, газ плитәләрен һәм башҡа хәүеф сығанағы булырлыҡ приборҙарҙы һүндерегеҙ;
-өйҙәрегеҙҙә янғын иҫкәрткестәр урынлаштырығыҙ!

Именлегебеҙ үҙ ҡулдарыбыҙҙа!
Читайте нас: