Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 10:00

Төшөрөлмәгән кадр

Бөрйән районының һәр ауылында тиерлек мине урманға оҙатып йөрөүсе иптәштәрем бар. Уларҙың күбеһе тирә-яҡты яҡшы белгән һунарсылар.

Бөрйән районының һәр ауылында тиерлек мине урманға оҙатып йөрөүсе иптәштәрем бар. Уларҙың күбеһе тирә-яҡты яҡшы белгән һунарсылар.
Әммә минең менән сыҡҡанда мылтыҡ алмаҫҡа тырыштылар. Алһалар ҙа, үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн генә. Һәр хәлдә минең алда осраған ҡош-йәнлеккә мылтыҡтарын төбәп барманылар. Фотоға төшөрөү беҙҙең дөйөм эш ине. Әҙер һүрәттәрҙе күргәс, иптәштәрем үҙ фекерҙәрен әйтә, кәңәштәрен белдерә. Ниндәй ҙә булһа һоҡланғыс күренешкә, йәнлек-ҡошҡа тап булһалар, миңә хәбәр итәләр. Дуҫтарымдың да тирә-яҡ мөхит менән һоҡлана белеүенә ихлас шатмын.

Бер көндө Ҡолғона ауылынан Мансур исемле иптәшем: «Бер урында ике тапҡыр балалы айыуға тап булдым, теләгең булһа, килеп ет», - тип шылтыратты. Айыуҙы фотоға төшөрөү хаҡында хыялланғанымды белә ул минең. Бар эштәрҙе ситкә ҡуйып, Ҡолғанаға киттек. Мансур айыуҙы Һарағы ауылына киткән юлда алыҫ түгел бер бәләкәй генә йылға буйында тап иткән. Йылға буйы тапалып бөткәйне. Ҡабан эҙҙәре лә күренеп ҡала. Күрәһең, йылғанан һыу эсергә килгәндер. Фотоаппаратты рәткә килтереп алдым. Алыҫтан алыусы объектив ҡуйҙым, диафрагма, выдержканы тикшерҙем, яңы пленка урынлаштырҙым. Йылға буйлап һаҡ ҡына киттек, әммә күпме барһаҡ та айыуҙы осратманыҡ. Уның ҡарауы йылға буйында бер соҡорҙа туҙбаш йыландарҙың мыжғышып ятыуына тап булдыҡ. Күрәһең, йыландарҙың туйы булғандыр. Ағыулы булмаһа ла, уларҙы алыҫтан урап үтеүҙе хәйерле күрҙек. Айыу эҙләп, тирә-яҡты байҡаған күҙҙәр, йыланға баҫып ҡуймайым, тигәндәй, ирекһеҙҙән, үлән араһын ҡапшай башланы. Шулай итеп, ярты көнөбөҙ айыу эҙләп үтте. Айыуға тап булыу ышанысы ла һүрелде. Ҡапыл Мансурҙың: «Ҡарале алдыңа», - тигән һүҙе һиҫкәндерҙе.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 101-се һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас в