Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 16:00

Шәфҡәтлелек йортонда сыҡҡан янғын 11 кешенең ғүмерен өҙгән

Әбйәлил районында ҡот осҡос янғын булған. Ишбулды ауылында бер ҡатлы мансардалы бина янып киткән. Ул Шәфҡәтлелек йорто булараҡ теркәлгән.

Әбйәлил районында ҡот осҡос янғын булған. Ишбулды ауылында бер ҡатлы мансардалы бина янып киткән. Ул Шәфҡәтлелек йорто булараҡ теркәлгән.
Янғын һүндереүселәр ике сәғәт эсендә утты ауыҙлыҡлаған. Дүрт кеше үҙ аллы сығып өлгөргән. Һүндергәндән һуң 11 кешенең мәйете табылған.

Янғын урынында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов булған. Утты һүндереүҙә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 16 кеше һәм 6 берәмек техника йәлеп ителгән.
Читайте нас: