Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 12:00

Паспорттар тапшырылды

Кеше тормошонда хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп булһа ла, паспорт алыу айырыуса иҫтә ҡала торған мәлдер ул. Сөнки нәҡ шул миҙгелдән һин үҙеңде тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданины итеп хис итә башлайһың.

Кеше тормошонда хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп булһа ла, паспорт алыу айырыуса иҫтә ҡала торған мәлдер ул. Сөнки нәҡ шул миҙгелдән һин үҙеңде тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданины итеп хис итә башлайһың.
Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан 15 декабрҙә район хакимиәтендә 14 йәше тулған ике уҡыусыға паспорт тапшырылды.
Йөҙҙәренән балалыҡтары ла китмәгән 8 класс уҡыусылары Илгиз Ишбулатов менән Салауат Вәхитов хәҙер Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы граждандары булдылар.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов:
-14 йәше тулған һәр кем паспорт ала. Паспорт менән бергә кешенең хоҡуҡтары һәм бурыстары ла арта. Ул үҙенең ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуап бирә башлай. Рәсәй гражданы булыу - ул киләсәктә илеңдең мәнфәғәтен яҡлау, уның файҙаһына хеҙмәт итеү. Яңы ҙур юлға аяҡ баҫыуығыҙ менән ҡотлайым һәм Рәсәй Федерацияһы гражданы исемен һәр ерҙә ғорурлыҡ менән йөрөтөүегеҙҙе теләйем! – тине.

- Киләсәгегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа. Ни булһа ла эшләр алдынан ныҡлап уйланығыҙ, - тине паспорт тапшырыу тантанаһында ошо сараның инициаторы - ветеран О. Ғәлиев.
Егеттәрҙе иҫтәлекле мәлдәре менән тәбрикләргә килгәндәр паспорттың мөһим документ икәнлеген, уны юғалтырға, бысратырға ярамағанлығын аңлаттылар, егеттәргә илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүҙәрен теләнеләр. Шулай уҡ әсәйҙәр ҙә үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙеләр.

Паспорт менән бергә үҫмерҙәргә район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетының иҫтәлекле бүләктәре лә тапшырылды.
Читайте нас: