Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 11:45

Эстафета Тимергә юлланды

Эшҡыуарҙарыбыҙ ойоштороп ебәргән “Таң”ға яҙҙырыу эстафетаһы дауамлы булды.

Эшҡыуарҙарыбыҙ ойоштороп ебәргән “Таң”ға яҙҙырыу эстафетаһы дауамлы булды.
Вәғәҙә – иман, тиҙәр. Бына бит, Даян Ҡотлобаевтан эстафета “таяғын” – ҡыпсаҡ ырыуының китабын ҡабул итеп алған Ихсан Шәмсетдин улы Ҡонафин да икенсе көнө үк үҙенең ауылдаштарын гәзиткә яҙҙырып, уларҙы - Хәсибә Ҡотлобаеваны, Хәбир Вәлиевты, Зилә Үтәбаеваны «Таң»лы итеп ҡыуандырҙы. Үҙенең күп балалы ғаиләһен дә киләһе ярты йыллыҡҡа гәзитле итеп, артабан эстафетаны Тимер ауылынан Нәҙир Алтынбаевҡа тапшырҙы.

- “Таң” - райондың көҙгөһө бит ул, райондың тормошон сағылдыра, яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Беҙҙә халыҡ матурлыҡҡа, камиллыҡҡа, таҙалыҡҡа ынтылып йәшәй. Ундай кешеләр һәр ауылда бар. Гәзиттә бер ауылдың тормошон, яңылыҡтарын, геройҙарын һүрәтләп, “Ауыл нисек йәшәй?” тигән кеүегерәк махсус биттәр сығып барһа ине, тигән теләгем дә бар. Айырым темаларға бағышланған шиғырҙар ҙа донъя күрһә, шатланып уҡыр инек. Шулай уҡ ҡотлау һәм ҡайғы уртаҡлашыуҙар бер биттә булмаһа ине, - тигән теләктәрен еткерҙе Ихсан ағай.

Нәҙир Алтынбаев иһә, үҙ сиратында, шул көндә үк өс ауылдашын - Рәйлә Аллабирҙинаны, Ләйсән Мырҙағолованы һәм Фәнзил Алтынбаевты гәзиткә яҙҙырып, китаплы булды һәм эстафетаны Рәйсә Арыҫланғужинаға тапшырҙы. Ул да “Таң”ға яҙҙырыу эстафетаһына ҡушылырға ихлас ризалашҡан.

- Беҙ бар яңылыҡтарҙы “Таң” гәзитенән уҡып барабыҙ. Йәштәрҙең проблемалары күп бит, шуларға ла иғтибар итеү кәрәк. Күбеһе үҙенең хоҡуҡтарын белеп тә етмәй, шулар тураһында ябай тел менән асыҡлабыраҡ яҙылһа ине, – тигән фекерҙәре менән бүлеште Нәҙир ағай.
Читайте нас: