Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2020, 11:00

Йәш ғаиләләр форумы үтте

Йәш ғаиләләр берләшмәһен күтәрмәләү, ғаилә һәм әхлаҡ ҡиммәттәрен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында йыл һайын республикала йәш ғаиләләр форумы үтә.

Йәш ғаиләләр берләшмәһен күтәрмәләү, ғаилә һәм әхлаҡ ҡиммәттәрен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында йыл һайын республикала йәш ғаиләләр форумы үтә.
Быйылғы форум 200 ҡатнашыусыны – йәш ғаиләләрҙе, төрлө өлкә белгестәрен, спикерҙарҙы берләштерҙе һәм онлайн форматта уҙҙы.

Форумдың бер өлөшө “Беҙҙең ғаиләнең тарихы” тип аталды. Унда Иҫке Собханғол ауылынан Артур һәм Мәүсилә Ямғурсиндар ғаиләһе ҡатнашты. Улар үҙҙәренең ғаилә тарихын видеоролик ярҙамында һүрәтләнеләр.

Форумдың бәйге өлөшөндә йәш ғаиләләр берләшмәһендә торған әүҙем ғаиләләр һәм белгестәр йәш ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән эштәрен һәм проекттарын тәҡдим итте.
Сара аҙағында еңеүселәр билдәләнде, Ямғурсиндар ғаиләһе республика йәштәр үҙәгенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Читайте нас: