Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2020, 14:00

Шыршы байрамдары асыҡ һауала үтәсәк

Үткән йомала коронавирус пандемияһына бәйле райондағы эпидемиологик хәлгә арналған сираттағы брифинг үтте.

Үткән йомала коронавирус пандемияһына бәйле райондағы эпидемиологик хәлгә арналған сираттағы брифинг үтте.
Тәүге һүҙ менән сығыш яһаған район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин биргән мәғлүмәткә ҡарағанда, пандемия башланғандан алып районда коронавирус менән 62 кеше сирләгән, 53 кеше һауыҡҡан, 1 кеше әлеге ваҡытта Белорет дауаханаһында дауалана, 7 кеше амбулатор дауа ала.

Ике яҡлы пневмония менән сирләүселәр һаны 270-кә еткән. Декабрь айында 11 кешелә был сир теркәлгән. 8 кеше әлеге ваҡытта Белорет дауаханаһында, 16 кеше амбулатор дауа ала, 239 кеше һауыҡҡан.

Киҫкен респираторлы вируслы инфекция (ОРВИ) декабрь айында 160 кешелә асыҡланған. Уларҙың күбеһе балалар. Дөйөм алғанда, 3890 кеше ОРВИ менән сирләгән.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе К. Теләүбаева пандемия шарттарында Яңы йыл байрамын үткәреү мәсьәләһенә туҡталды. Шыршы байрамдары быйыл асыҡ майҙандарҙа йәғни тышта үтәсәк. 30 декабрь көндө район үҙәгендәге ойошма-учреждениелар араһында иғлан ителгән биләмәләрҙе биҙәү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһала, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙар конкурсы, костюмдар парады үтәсәк.

Район буйынса эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәре А. Ҡасҡынбаев битлек-бирсәткә режимын һаҡлау буйынса пандемия башланғандан алып 132 протокол төҙөлгәнлеге хаҡында әйтте һәм был режимды һаҡлау һәр кемдең сәләмәтлеге өсөн мөһим икәнлеген билдәләне.

Мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ә. Вәлиева пандемия шарттарында балаларға белем һәм тәрбиә биреү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
”Ғаилә” үҙәге етәксеһе Ю. Бәхтиәрова халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә баҫым яһаны. Пандемия башланғандан алып 1500 самаһы аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратылған. Улар “Берҙәм Рәсәй” линияһы буйынса бирелгән.

-Был тупланмалар 4 һәм унан күберәк 18 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә һәм мохтаж ғаиләләргә бирелә. Исемлекте ҡайтанан ҡарап сыҡтыҡ һәм уны тулыландырып ебәрҙек.

АСПК программаһы буйынса 200 тирәһе кеше мөрәжәғәт иткәйне, шуларҙың 54-е аҡса алды. Бында төп ике критерий бар – ул аҙ тәьмин ителгән һәм тормоштарында ауыр осор кисергән ғаиләләргә ҡаралған.

Декабрь айында 18 йәшкә тиклемге 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләргә Яңы йыл бүләктәре таратыласаҡ. Ундай ғаиләләр беҙҙә 354, - тине Юлиә Әлфир ҡыҙы.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты бүлеге етәксеһе И. Шәмиғолов әйтеүенсә, байрам осоронда көн һайын берәй спорт сараһы үтәсәк. Сараларҙа ҡатнашыусылар һаны 30-ҙан артмауы шарт.
Читайте нас: