Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2020, 10:00

Электрон хеҙмәт кенәгәһе нимә ул?

- Электрон хеҙмәт кенәгәһенең ниндәй өҫтөнлөктәре бар?

- Электрон хеҙмәт кенәгәһенең ниндәй өҫтөнлөктәре бар?
Хеҙмәт кенәгәһе – граждандарҙың эш мәшғүллеге тураһындағы яҙмаларҙан торған рәсми шәхсән документы. Кенәгә кеше тәүге тапҡыр эшкә урынлашҡанда тултырыла башлай һәм ул эш биреүсе ойошманың кадрҙар бүлегендә һаҡлана.

Хеҙмәт кенәгәһенең ҡағыҙ вариантында алып барылыуына күптән өйрәнеп бөткәнбеҙ. Ә 2021 йылдан алып эшкә беренсе тапҡыр урынлашҡандар өсөн тик электрон хеҙмәт кенәгәһе ҡулланыласаҡ. Бындай үҙгәреш артыҡ ҡағыҙ эшенән арынырға ярҙам итәсәк тип күҙалланыла. Электрон хеҙмәт кенәгәһе тураһында закон ғәмәлгә инеү менән хеҙмәт кенәгәләре ҡағыҙ һәм электрон вариантта ла алып барыла. Мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө һәм ваҡытында тапшырылыуы өсөн эш биреүсе (шәхси эшҡыуар) яуап бирә. Яңы алымға күсергәме, юҡмы һәр кем үҙе хәл итә. Был тема буйынса һорауҙар бик күп. Шуға күрә беҙ Бөрйән районының Пенсия фонды идаралығы начальнигы Денис Зиннәт улы Аҙанғоловҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Электрон хеҙмәт кенәгәһе нимә ул?
- Йыл башынан алып хеҙмәт кенәгәһенең электрон форматы барлыҡҡа килде. 2020 йылдан башлап кадрлы саралар, йәғни эшкә алыу, эштән сығыу, бер ойошма (шәхси эшҡыуар) эсендә бер эштән (вазифанан) икенсеһенә күсеү, ойошманың исеме үҙгәреүе, суд ҡарары менән ниндәйҙер вазифаны биләүгә тыйыу һалыу тураһындағы мәғлүмәттәр Пенсия фондына тапшырыла, ә ул, мәғлүмәттәрҙе йыйып, үҙ ресурстарында һаҡлай.
Әлеге ваҡытта эшләп йөрөүселәргә 31 декабргә тиклем һайларға кәрәк (эш урынында ғариза яҙыла): һеҙ ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен ҡалдыраһығыҙмы, әллә тулыһынса электрон форматҡа күсәһегеҙме.
Ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен ҡалдырғандарҙыҡы барыбер электрон форматта ла алып барыласаҡ.

- Электрон хеҙмәт кенәгәһенең ниндәй өҫтөнлөктәре бар?
- Электрон кенәгәнең ыңғай яҡтары күп, әлбиттә. Ул бер ҡасан да юғалмай, сөнки бар мәғлүмәт Пенсия фондында һаҡланып барасаҡ. Кешегә үҙенә кәрәк ваҡытта уны Пенсия фондында, күп функциялы үҙәктәрҙә, дәүләт хеҙмәте һәм ПФР сайттарындағы шәхси кабинеттан тиҙ һәм еңел генә ҡағыҙға сығарып алыу мөмкинлеге булдырылған.

- Әгәр ҙә минең хеҙмәт кенәгәмде электрон форматҡа алыштырғым килмәй икән, ул саҡта ни эшләргә?
- Ул саҡта һеҙ эш урынында ҡағыҙ кенәгәне ҡалдырыу буйынса ғариза яҙаһығыҙ һәм һеҙҙең хеҙмәт кенәгәгеҙ ике форматта ла алып барыласаҡ. Әгәр ҙә кеше 2021 йылда йә һуңыраҡ тәүге эшенә урынлашһа, уның хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәре тик электрон төрҙә генә һаҡланасаҡ, йәғни уның һайлау мөмкинлеге булмай.

- Электрон хеҙмәт кенәгәһенә күскәс, ҡағыҙҙағыһын нимә эшләтергә, ташларғамы?
- Кеше электрон хеҙмәт кенәгәһен һайлай икән, был әүәлге ҡағыҙ кенәгә ҡулланылмай һәм әһәмиәтен юғалта тигәнде аңлатмай. Электрон хеҙмәт кенәгәһен һайлағандарға ойошма өс көн эсендә, электрон кенәгәһен һайланы, тип яҙыу индереп, хеҙмәткәрҙең ҡулына тапшырырға тейеш. Ҡағыҙ кенәгәне ташларға ярамай, сөнки ул 2020 йылға тиклемге хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр сығанағын тәшкил итә.

- Күпме ваҡыт эсендә эш биреүсегә Пенсия фондына мәғлүмәттәрҙе тапшырырға кәрәк?
- Эшкә алғанда йәки бушатҡанда мәғлүмәттәр ҡарар сығарылғандың иртәгәһенә үк тапшырылырға тейеш.
Кадрҙарға ҡағылышлы башҡа үҙгәрештәр, мәҫәлән, хеҙмәткәрҙе яңы вазифаға күсереү йәки уның тарафынан хеҙмәт кенәгәһе төрөн һайлау тураһындағы мәғлүмәт киләһе айҙың 15-енән дә һуңға ҡалмайынса тапшырылырға тейеш.

- Эш биреүсе Рәсәй Пенсия фондына хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе нисек ебәрә?
- Пенсия фондына башҡа отчеттарҙы тапшырған кеүек үк.

- Эштән бушатылғанда хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт электрон төрҙә генә теркәләме?
- Юҡ, эштән киткәндә эш биреүсе хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтте Пенсия фондына биргәндән тыш, хеҙмәткәргә ҡағыҙға сығарып бирергә тейеш.
Ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһе һаҡланған икән, мәғлүмәттәр шунда ла, электрон төрҙә лә теркәлә.

- Эшкә урынлашҡанда электрон хеҙмәт кенәгәһен нисек тапшырырға?
- Кеше эшкә урынлашҡанда яңы эш биреүсегә элекке эш урынынан бирелгән мәғлүмәтте тапшыра. Әгәр мәғлүмәт кешенең үҙендә һаҡланмаған булһа, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, мәғлүмәтте күп функциялы үҙәктән, дәүләт хеҙмәте порталындағы йә Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинеттан алырға була.

- Мәғлүмәттәрҙең юғалыу йәки барыһына ла билдәле булыу хәүефе бармы?
- Рәсәй Пенсия фондындағы мәғлүмәт системалары ныҡлы һаҡлана. Системаны емереп асыу, мәғлүмәттәрҙе үҙгәртеү йәки юҡ итеү мөмкин түгел. Шәхси иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәт айырым һаҡлыҡ системаларына индерелгән, шуға күрә уларҙы юғалтыу хәүефе юҡ.
Һорауҙар булһа, 3-65-95, 3-68-46 телефон һандарына шылтырата алаһығыҙ.
Читайте нас: