Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2020, 12:00

“Берҙәм Рәсәй” ярҙамы

Районда “Магнит. Хәстәрлек” тигән акция дауам итә.

Районда “Магнит. Хәстәрлек” тигән акция дауам итә.
Акция сиктәрендә 18 йәшкә тиклемге 4 һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләүсе күп балалы ғаиләләр аҙыҡ-түлек йыйылмаһына эйә булдылар. Был “Берҙәм Рәсәй”партияһының халыҡҡа ошондай ярҙам күрһәтеүенең бишенсе “тулҡыны”.

Аҙыҡ-түлек тупланмаһына бөгөнгө көнгә тиклем районда йәшәүсе 148 ғаилә эйә булған. Һәр йыйылмаға мохтаж күп балалы ғаиләләр өсөн оҙаҡ һаҡлана торған 9 төр аҙыҡ-түлек индерелгән. Улар иҫәбендә ярмалар, консервалар, он, макарон изделиелары, ҡуйыртылған һөт, үҫемлек майы, шәкәр һ.б. бар.

Был йыйылмаларҙы таратыу БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы исемлеге буйынса бойомға ашырыла.
Читайте нас: