Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2020, 18:00

Имен үтһен байрамдар

Беҙҙең районда бөгөнгө көнгә 39 янғын теркәлде.Яңы йыл байрамында күп кешене йәлеп итеүсе иртәлектәр, ял кисәләре ойошторола. Янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау ғына байрамдарҙы имен-аман үткәреүҙең төп нигеҙе булып тора.

Беҙҙең районда бөгөнгө көнгә 39 янғын теркәлде.
Яңы йыл байрамында күп кешене йәлеп итеүсе иртәлектәр, ял кисәләре ойошторола. Янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау ғына байрамдарҙы имен-аман үткәреүҙең төп нигеҙе булып тора.
Ҡышҡы һыуыҡтар башланыу менән республикала янғындар һаны артты. Бишбүләктә, Баймаҡта ҡот осҡос фажиғәләр теркәлде.
8 декабрь төнөндә Бишбүләк районының Кесе Мәнәүез ауылында торлаҡ йортта ут сыға. 22х8 метр майҙанлы ике фатирлы кирбес йорттоң ҡыйығын ут ялмай. Биш берәмек техника, 16 ҡотҡарыусы ярҙамында янғын һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәлә тотош ғаиләнең – 27-шәр йәшлек ир менән ҡатындың, уларҙың ете һәм дүрт йәшлек балаларының ғүмерҙәре өҙөлә.

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында сыҡҡан янғын да өс кешенең ғүмерен ҡыя. Янғын һүндереүселәр килгәндә 6х7 метр ҙурлыҡтағы ағас йортто ут ялмап алған була. Утты ауыҙлыҡлағас, 1985, 1989 йылғы йәш ирҙәрҙең һәм 1964 йылғы ҡатындың мәйеттәре табыла.

Беҙҙең районда бөгөнгө көнгә 39 янғын теркәлде.
Яңы йыл байрамында күп кешене йәлеп итеүсе иртәлектәр, ял кисәләре ойошторола. Янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау ғына байрамдарҙы имен-аман үткәреүҙең төп нигеҙе булып тора.

Яңы йылға арналған саралар, нигеҙҙә, мәктәп-баҡсаларҙа үтә – шуға күрә киң күләм массалы сараларҙы үткәргәндә уғата һаҡ булып, янғын хәүефһеҙлегенә иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Бөтә сараларҙың хәүефһеҙ үтеүе өсөн учреждение етәкселәре яуаплы. Шуға күрә улар һәр сара алдынан бөтә биналарҙы, эвакуация юлдарын, уларҙың янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә тап килеү-килмәүен, шулай уҡ янғын һүндереү средстволарының, элемтә һәм янғын автоматикаһының төҙөк хәлдәме-юҡмы икәнлеген тикшереп сығырға бурыслы.

Байрам саралары осоронда сәхнәлә, залда дежурлыҡ ойоштороу мотлаҡ. Байрам тантаналарында балалар менән берлектә класс етәкселәре, дежур уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҡатнашырға тейеш. Саралар үткән ерҙә кәмендә ике эвакуация сығыу урыны булыуы шарт һәм байрамдар икенсе ҡаттан да юғарыраҡ урында үткәрелмәҫкә, эвакуация сығыу урындарында йәшел фонда аҡ менән “Сығыу урыны” тигән янып тороусы күрһәткес булырға тейеш.

Шыршы кешенең сығыу юлына ҡамасауламаҫлыҡ итеп ултыртылырға тейеш. Шыршыны фәҡәт тәжрибәле электриктар ғына иллюминациялар менән биҙәй ала. Гирляндаларҙағы лампочкалар ҡеүәте 25Вт-тан артмаҫҡа, электр үткәргестәр төҙөк, йомшаҡ һәм еҙҙән булырға тейеш. Шыршы байрамында утҡа ҡаршы состав һеңдерелмәгән тиҙ ут ҡабыныусан костюмдар кейеү тыйыла.

Шыршыны биҙәгәндә тыйыла: целлулоид һәм тиҙ ут ҡабыныусан уйынсыҡтар ҡулланыу, майшәм, бенгаль уттары, фейерверктарҙы иллюминация өсөн ҡулланыу, шыршы төбөнә уттан һаҡлаусы состав ҡушылмаған мамыҡ түшәү.

Байрам сараларын ойошторғанда тыйыла: рәшәткәле тәҙрәләре булған биналарҙа байрамдар үткәреү, дуға прожекторҙар, майшәм, шартлатҡыстар ҡулланыу, тамашалар ваҡытында утты тулыһынса һүндереү, сараларға кешене тыңҡыслап тултырыу.
Әгәр янғын сыға ҡалһа: бөтә эштәр иң беренсе сиратта балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш – тиҙ арала янғын һүндереү часенә хәбәр итергә, янғын сығыуын хәбәр итеүсе системаны эшкә егергә, кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға сығарыуҙы хәл итергә, етәксегә хәбәр итергә, янғын подразделениеларын ҡаршы алырға, ҡул аҫтындағы средстволар менән янғынды һүндерә башларға.

Пиротехника менән мөғәмәлә иткәндә хәүефһеҙлектең төп саралары: уларҙы һатып алғанда уҡ ҡулдан үҙе эшләмәгәнлегенә инанырға – яраҡлылыҡ сертификатын, рус телендә инструкцияһы бармы-юҡмы, ҡулланыу срогы сыҡмағанмы икәнен тикшерергә. Дефекты булған йәки корпус менән фитиле зарар күргән изделиеларҙы ҡулланмаҫҡа!
Пиротехниканы ҡулланырҙан алда нимә эшләргә кәрәк: фейерверк өсөн урынды дөрөҫ һайларға (ҙур асыҡ урын, сквер, ялан) һәм был ер ағас һәм ҡаралты-ҡуранан йыраҡ булырға тейеш.100 метр радиуста янғын хәүефе тыуҙырғандай объекттар булмауы шарт! Көслө ел булғанда хәүефле зона 3-4 тапҡырға арттырыла. Кеше йәшәгән өйҙәр эргәһендә аттырырға ярамай – тәҙрә, форточкаға, сарҙаҡҡа, ҡыйыҡҡа инеп, янғын хәүефе тыуҙырыуы бар.

Ҡәтғи тыйыла: инструкцияһын уҡымай тороп, пиротехниканы ҡулланмаҫҡа, секундына 5 метр тиҙлектә иҫкән ел сыҡһа, уны файҙаланмаҫҡа. Ҡап тышында хәүефле зона күрһәтелгән – шундай зонала аттырмаҫҡа! Ҡулдан салюттар аттырмаҫҡа, изделиены ҡулланғанда уға табан эйелмәҫкә, ҡулланыу срогы үткәндәрен файҙаланмаҫҡа, инструкцияла күрһәтелмәгән аҙымға бармаҫҡа, өйҙәрҙә, биналарҙа пиротехниканы ҡулланмаҫҡа, балкон, лоджияларҙан сығып аттырмаҫҡа, балаларҙың үҙҙәренән пиротехниканы аттырыу бөтөнләй тыйыла, еүешләнгән изделиеларҙы мейес, плитә, батареяларҙа киптермәҫкә!

Кешеләр тәүлек әйләнәһенә булған объекттарҙа янғын хәүефһеҙлегенә талаптар: етәкселәргә алдан уҡ ошондай саралар үткәрелеүен дәүләт янғын күҙәтеүе органдары менән килешергә, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплыларҙы билдәләргә; яуаплы кешеләр янғын-техник минимумына ошондай эшмәкәрлек төрөнә лицензияһы булған ойошмаларҙа уҡыу үтергә тейеш. Байрам сараларын үткәреү ваҡытына янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструкция эшләргә, инструкция үтеүселәрҙең ҡултамғаларын алырға. Дежур персоналдың һәр береһен электр фонары менән тәьмин итергә. Тәүлек әйләнәһенә кешеләр була торған урындарҙа персоналды - тын алыу юлдарын һаҡлау өсөн фильтрлаусы индивидуаль средстволар менән, ә бина 5 ҡатлы булһа, индивидуаль ҡотҡарыу ҡорамалдары менән тәьмин итергә.
Байрам имен үтһен!
Читайте нас: