Эшҡыуарҙарыбыҙ ҙа эстафетаны ихлас дауам итә: Иҫке Монасип ауылынан ҡыпсаҡ ырыуы егете Рәмил Ҡонафин өс ауылдашына: күп балалы Зөлфиә Йәғәфәроваға, пенсионерка Шәһиҙә Муллағоловаға һәм яңғыҙ бала тәрбиәләүсе Зөлхизә Юлдашеваға “Таң”ға подписка бүләк итеп шатландырҙы һәм эстафетаны артабан ауылдашы Даян Ҡотлобаевҡа тапшыра һалды. Даян иһә, үҙ сиратында, тиҙ арала йәнә өс ауылдашын – Роза Хәлитованы, Гөлшат Вәлиеваны һәм Сания Ҡотлобаеваны киләһе ярты йылға “Таң”лы итеп, редакцияға килеп, эстафета “таяғын” – “Ҡыпсаҡтар” тигән китапты алып та китте. Ул китап ауыл эшҡыуары Ихсан Ҡонафин йөҙөндә эйәһен тапҡан да инде. Ихсан да ауылдаштарына “Таң”ға подписка эшләргә вәғәҙә биргән. Бына бит, ил төкөрһә, күл була!
Иҫке Монасип ауылының был өс әүҙем эшҡыуарын да үҙҙәренең ырыуының тарихы тураһындағы китаплы иттек. Афарин, егеттәр! Биргән ҡулда бәрәкәт бар, тиҙәр бит. Эштәрегеҙ тағы ла уңышлыраҡ дауам итһен. Үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, һаулыҡ, донъяларығыҙға бәрәкәт насип булһын!