Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2020, 12:00

Өлкән быуын граждандары өсөн экскурсиялар

Башҡортостанда 2020 йылдың 9 сентябренән “Башкирское долголетие. Туризм” проекты старт алды.

Башҡортостанда 2020 йылдың 9 сентябренән “Башкирское долголетие. Туризм” проекты старт алды.
Проект әүҙем өлкән быуын граждандарына, йәғни 55 йәштән 65 йәшкә тиклемге пенсионерҙарға иҫәпләнгән. Проект ҡатнашыусыларға Башҡортостандың тәбиғәт ынйыларын, мәҙәни мираҫтарын, шулай уҡ тыуған яҡтың төрлө иҫтәлекле урындарын күрһәтеү, улар хаҡында һөйләүҙе күҙ уңында тота. Программа буйынса 1-2 көн эсендә экскурсияла ҡатнашыусылар йәйәү йә автобуста республиканың музейҙары, дини урындары, усадьбалар буйлап сәйәхәт итә ала.

Бының өсөн http://долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтына инеп теркәлергә һәм үҙеңә оҡшаған турҙы һайларға кәрәк. Шулай уҡ туристик сәфәр буйынса пенсионерҙар район хакимиәтендә (12-се кабинет) Дилә Нәҙершинаға мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙең районға быйыл 15 квота бирелгән.

“Тарихи һәм заманса Өфө” тигән 2 көнлөк турҙа Өфө ҡалаһының тарихи үҙәктәренә, Салауат Юлаев һәйкәленә, Милли музейға, Өфө лимонарияһына, алдан килешеү буйынса театрға, скандинав йөрөүе буйынса оҫталыҡ дәресенә барыу күҙаллана.
Читайте нас: