Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2020, 11:00

Энциклопедия - бергә башҡара торған эш

Бөрйән районы энциклопедияһын нәшер итеү буйынса мөхәрририәт-тикшеренеү советының сираттағы ултырышы үтте.

Бөрйән районы энциклопедияһын нәшер итеү буйынса мөхәрририәт-тикшеренеү советының сираттағы ултырышы үтте.
Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғ. Хәлитов, мөхәрририәт-тикшеренеү советы ағзалары, энциклопедияға материалдар йыйыу һәм эшкәртеү буйынса эш төркөмө ағзалары, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Ултырыштың көн тәртибендә тәҡдим ителгән персоналийҙарҙың энциклопедия критерийҙарына тап килеү-килмәүен ҡарау һәм раҫлау мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ фән докторҙары, фән кандидаттары, мәҙәниәт, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, урман хужалығы, нефть һәм газ сәнәғәте һәм башҡа тармаҡтарҙа юғары көс һалып хеҙмәт иткән, атҡаҙанған исеме алған райондаштарыбыҙҙың исемлеге барланды, теүәлләнде.

Эш төркөмө етәксеһе, мөхәрририәт-тикшеренеү советы сәркәтибе Р. Ғүмәрова район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе К. Теләүбаеваға энциклопедияға материал йыйыу эшендә, район мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы И. Сәйфетдиновҡа энциклопедияға һәм параллель рәүештә әҙерләнгән “Минең ауылымдың арҙаҡлы шәхестәре” китабына мәғлүмәт йыйыуҙа яҡындан, ихлас ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

- Энциклопедия – бергәләп башҡара торған эш. Тыуған районыбыҙҙың тарихына һәм бөгөнгөһөнә битараф булмағандарҙың барыһы ла уны сығарыуҙа ҡатнашырға тейеш.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 99-сы һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: